Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 23:57

Упҡынға аҙым

Айнур ғаиләлә бер бөртөк кенә бала булып үҫте. Бәләкәй сағынан үк, атаһы менән әсәһе эштә булғанға күрә, өләсәһе Рәсимә инәй тәрбиәләп үҫтерҙе. Кинйә улы Сабир ағайҙың бер генә малайы булғанға, өләсәһе Айнурҙы бик ныҡ иркәләтте: бөтә иғтибар уға ғына бүлде, хатта балалар баҡсаһына ла йөрөтмәнеләр баланы, ниңәлер урам буйына уйнарға тышҡа ла сығармаҫҡа тырыштылар.

Ғөмүмән, Айнур үҙе лә йәштәштәре менән ныҡ аралашып барманы, үҙенең уйынсыҡтары менән яңғыҙы уйнауҙы артыҡ күрә ине. Мәктәпкә бармаҫ элек үк, Рәсимә инәй уны уҡыу-яҙыуға өйрәтте, йыш ҡына төрлө-төрлө матур тышлы китаптар алып ҡайтты. Өләсәһе ейәненә башта үҙе уҡыһа, артабан Айнур үҙ аллы уҡый башланы. Бәлки иртә уҡырға өйрәнгәнгәлер ҙә, ул уҡыуға бик һәләтле, тырыш булды.
Быйыл Айнур ун беренсе синыфҡа уҡыуға барҙы. Оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, йәшел күҙле, мыҡты кәүҙәле егет булып буй етте. Уҡыуға күп ваҡытын бүлеп, көнө буйына дәрес эшләп ултырмаһа ла, уҡыу уға бик еңел бирелде. Бәләкәй сағынан компьютер менән мауыҡты, төрлө яңы технологиялар тураһында китаптар, журналдар уҡый ине. Мәктәптән ҡайтҡас, Айнур күберәк ваҡытын компьютерҙа уйындар уйнап, йәки интернет селтәрендә уҙғарҙы. Иптәштәре менән аралашып та барманы, аҙ һүҙле ҡыйыуһыҙ булды. Мәктәптә булған төрлө сараларҙа ла ҡатнашманы, синыфташтары менән тыуған көндәргә йәки дискотекаларға ла йөрөүгә ҡарағанда, тиҙерәк өйгә ҡайтыуын хуп күрә торғайны. Әлбиттә был сифаттары уҡытыусыларға оҡшап та етмәне, бер нисә тапҡыр был турала Айнур менән һөйләшкәндән һуң, улар ҙа ҡул һелтәнеләр, уҡыу яғынан билдәләре яҡшы булғас, бүтәнсә өндәшмәнеләр.
Шулай ҙа Айнурҙың бер дуҫы бар, дөрөҫөрәге иптәше. Артур исемле егет менән былтыр интернетта таныштылар. Ул да Айнур һымаҡ компьютер, интернет, уйын менән "ауырыу". Артур Айнурҙан ике йәшкә оло. Мәктәпте бөткәс ул бер ҡайҙа ла уҡырға инмәне, әсәһе елкәһендә йәшәй бирҙе. Атаһы Артур бәләкәй ваҡытта – бары өс йәш тулғанда вафат булып ҡалған, шунлыҡтан ул атаһын иҫләмәй ҙә. Артурҙың үҙенең дә һаулығы бик шәптән түгел – әсәһе менән йыш ҡына дауахананын тупһаһын тапарға тура килде: ашҡаҙаны ауырыу уның. Шуның өсөн әрмегә лә алманылар, ҡайҙа форсат эләгә шунда әҙләп аҡса эшләргә тырышып ҡараны. Кешегә компьютер ремонтлай ҙа, ләкин ундай эштәр бик һирәк эләгә ине шул. Айнур менән сағыштырғанда ул бик үткер, һүҙгә әүәҫ, шаян егет. Көндәре компьютер артында, ә төндәре дискотекаларҙа үтә уның. Ни булһа ла Айнур уны үҙенең яҡын, берҙән бер дуҫы итеп күрә.
Бөгөн Айнур мәктәптән элеккегә ҡарағанда иртәрәк ҡайтты: класс етәкселәре Өфөгә саҡыртылғанға күрә, һуңғы дәрес – класс сәғәте булманы. Сабир ағай менән Ғәлиә апай һәр ваҡыттағыса эштә, ә өләсәһе ҡайҙалыр сыҡҡан. Сумкаһын мөйөшкә һалды ла, кухняга инеп сәйнүкте плитаға ҡуйғас, өләсәһенең ҡоймағын ашай-ашай компьютеры артына ултырҙы. Компьютерын ҡабыҙып интернетҡа кергәс, Артурҙың: "Миңә шылтырат әле, эш бар ине," – тигән хәбәрен уҡыны. Айнур уға шылтыратып, өйөнә, бүлмәһендә һөйләшергә саҡырҙы. Айнур сәй эсеп тамаҡ ялғап алғансы, иптәше килеп тә етте.
– Һаумы Айнур дуҫ, – тип килеп инеү менән иптәше ҡул бирешеп сәләмләште, – бер шәп план бар ине миндә: кешенән боҙолған компьютер, ноутбуктарын һатып алып, ремонтлап, йә булмаһа төрлө детальдарынан компьютер йыйып һатырға идеям бар ине, икәүләп ошо эште булдырабыҙмы, һинең ошоға ҡарашың нисек, нимә тип уйлайһың?
–Әллә инде, ул эш килеп сығырмы икән ул. Халыҡ бит яңыны, магазиндан алырға тырыша, - тип икеләнде Айнур.
– Юҡсы, хәҙер бит илдә кризис, доллар артҡанға күрә магазиндарҙа электроника хаҡы бик артты, ябай кеше арзаныраҡты алырға тырыша. Бөтөн кеше лә беҙҙең кеүек компьютер оҫтаһы түгел бит, үҙ хаҡынан әҙерәк ҡиммәтерәккә лә һатып ебәрер инек, – тип ышандырҙы Артур.
Артурҙың был тәҡдиме Айнурҙы ҡыҙыҡһындырғайны шикелле, бер аҙ икеләнеп уйланып торҙо ла, риза булды. Ул аҡсаға мохтаж түгел ине, әлбиттә, ата-әсәһе һәр ваҡыт әҙме-күпме биреп торҙо. Ризалыҡ биреүенең төп сәбәбе – компьютер менән мауығыу. Һуңынан улар яҡынса нимәләр эшләйәсәктәре хаҡында һөйләштеләр, ҡайтыр алдынан Артур:
– Ләкин эште башлауға күпмелер аҡса кәрәк буласаҡ, – тип дауам итте, – һиндә бармы?
– Улай уҡ
минең аҡсам юҡ, ләкин кискеһен атайҙан һорап ҡарармын, да шылтыратырмын, – тип Айнур дуҫын оҙатып ҡалды.
* * *
Сабир ағай менән Ғәлиә апай институтта уҡыған ваҡытта танышҡан инеләр. Сабир ағай оҙон буйлы , мыҡты кәүҙәле ҡала егете. Ә иһә Ғәлиә апай – нескә билле, ҡара ҡашлы ҡара күҙле ҡыҙ – ауылда үҫеп, ҡалаға уҡырға керҙе. Сабир ағай һүҙгә һаран, тыныс кеше, ә ҡатыны һүҙгә әүәҫ, йор һүҙле булыуы менән тормош иптәшенең йөрәген яуланы. студент йылдарында биш йыл бик матур итеп дуҫлашып йөрөгәндән һуң, диплом алғас, гөрләтеп туй үткәргәндәр. Икеһе лә заводта тырышып эшләп йөрөйҙәр, эштәренән йәш ғаиләгә өс бүлмәле фатир ҙа биргәндәр. Был йәш бәхетле ғаиләгә көнләшеп ҡараусылар ҙа, хатта араларын боҙорға теләүселәр ҙә булды, әлбиттә, ләкин ике йөрәктең мөхәббәттәре ныҡ ине. Ҡырын уй менән йөрөүселәрҙең теләктәре тормошҡа ашманы. Бәхетле парҙың ҡыуаныстары тағы ла артты: донъяға мөхәббәт емештәре – көтөп алған, улдары тыуҙы.
Етеш йәшәгәс, улдары Айнурға нимә теләй – шуны алып бирҙеләр, баланың эш боҙған ваҡыттары булһа ла, тауыш күтәрмәнеләр, ыңғайҙарына булырға тырыштылар. Бәлки ата-әсә эш, карьера, завод тип, малайға тәрбиә биреүгә лә ваҡытты әҙ бүлгәндәрҙер. Уларҙы Айнур ҙа бик һирәк күрә ине шул, ял көндәрен генә циркка йә булмаһа зоопаркка алып бара торғайнылар, уныһыла һәр ял һайын эләкмәне, атаһының йә әсәһенең һәр ваҡыт берәй эше килеп сығып торҙо, йә иһә командировкаға йөрөр булдылар.
Бөгөн Сабир ағай эштән бик һуң ҡайтты. Завод директоры ауырып киткәс, уның урынында ваҡытлыса йөрөй. Директор йәшкә олораҡ кеше булғанға һаулығы ла мөшкөл инде, пенсияға ла күп ҡалмаған. Үҙ урынына ҡалдырырға кеше лә бар, Сабир ағайҙы бик ихтирам итә ул. Атаһы йыуынып ашап алғандан һуң, Айнур үҙенең уйын һөйләп бирҙе. Тик Сабир ағай улының ниәттәрен хупламаны:
– Улым, юҡ-бар менән булма әле. Быйыл мәктәпте бөтәһең, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнер кәрәк. Унан һуң институт, тағы ла тырышып уҡыр кәрәк. Нимә кәрәк бөтәһен дә алып бирәм, тик уҡыуыңды ғына ҡайғырт. Ул дуҫың ды ла яҡшылап белмәйем, ниндәйерәк егеттер инде ул, теге күреүҙә лә оҡшаманы ул миңә, – тип тыныс ҡына аңлатты улына.
Айнурҙың кәйефе төшһә лә атаһы менән һүҙ көрәштереп торманы, шым ғына бүлмәһенә инеп китте. Артурға тылтыратып ҡарағайны, уныһы телефонын алманы. Интернет селтәрендә бик оҙаҡ ҡына сәйәхәт итә торғас, таңға ҡарай ғына йоҡларға ятты. Унда ла оҙаҡ уйланып йоҡлай алманы, тороға бер-ике сәғәт кенә ҡалғас йоҡлап китте. Унда ла әллә ниндәй мәғәнәһеҙ төштәр күреп һаташып сыҡты.
Иртәнсәк Айнурҙы өләсәһе уятты. Күҙен асҡанда Рәсимә инәй ҡайҙалыр йыйынып йөрөй ине, ә Сабир ағай менән Ғәлиә апай ғәҙәттәгесә эшкә киткәндәр ине.
– Улым, үҙең тороп сәй эсеп кит инде, өҫтәлдә бөтә нәмә әҙер. Мин ауылға китергә йөрөйөм, Фатима инәйең ауырып киткән тейҙәр ине, шуның хәлен белеп киләйем, – тип ҡабаланып өләсәһе автобусҡа сығып та китте.
Рәсимә инәй һикһән йәшкә етеп барһа ла, бер урында тик тора алмай, әле булһа ла йүгереп йөрөй. Йә булмаһа туғандарына бара, йә таныштарына. Рәсимә инәйҙең Сабир ағайҙан башҡа тағы дүрт улы бар, улары икенсе ҡалала тормош көтөп яталар. Барыһының да хәлен белеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам итеп өлгөрә инәй. Үҙе ауылда тыуып үҫһә лә, әле кесе улы, килене һәм ейәне эргәһенә ҡалаға күсеп килде, ә ауылдағы өйөн олораҡ улына ҡалдырҙы. Ә бабайы Айнур тыумаҫ элек вафат булып ҡалды. Ҡалаға күсеп килеүенең сәбәбе – шул ейәнен ҡарап тәрбиәләшеү инде.
Айнур йоҡо аралаш бер нисә секунд ятты ла кире йоҡлап китте. Кеҫә телефоны шылтырағанға уянһа, класс етәксеһе шылтырата икән. Нимә тип яуап бирергә белмәне лә, телефонын һүндереп ҡуйҙы. Йоҡлап ҡараны, ләкин йоҡоһо осҡан ине, йоҡлай алманы. Ята биргәс компьютеры артына ултырҙы, Интернет селтәрендә теге дуҫы Артур менән яҙышты, атаһы менән булған һөйләшеүе тураһында һөйләне. "Ярай бер нәмәһен уйларбыҙ, юҡҡа бошонма. Төштән һуң бәлки килеп сығырмын " – тип яҙғайны дуҫы.
Айнур дуҫының килерен көттө, уға өйҙә бер үҙенә күңелһеҙ ҙә, дәресте ҡалдырғаны өсөн кәйефе лә юҡ ине, сөнки ата-әсәһенән һәм класс етәксеһенән уҡыуҙы сәбәпһеҙ ҡалдырғаны өсөн әрләнәсәген ул яҡшы аңлай. Компьютер артында шулай оҙаҡ
ҡына ултыра торғас, ниһайәт, Артур килеп етте. Дуҫы буш ҡул менән килмәгән ине.
– Беләһеңме, Айнур нимә эшләйбеҙ, – тине ул, – бына мин һиңә компьютерҙың детальдарын алып килдем, һин шуларҙан бөтөн ноутбуктар, компьютерҙар йыйырһың.
– Ә һин ул детальдарҙы ҡайҙан алдың? Үҙең аҡса юҡ тей инең бит, – тип аптырап һорап ҡуйҙы Айнур.
– Быныһы –минең проблема, – тип ҡаты әйтте дуҫы. Уның да бөгөн кәйефе шәптән түгел ине, – һинең эшең – компьютер ҡороу, риза булһаң хәҙерҙән ҡора башла!
Айнур бер аҙ Артурҙың улай ҡаты һөйләшеүенә аптыраңҡырап ҡарап торҙо ла, ризалығын белдереп, артыҡ һорау биреп тә өлгөрмәне, дуҫы ҡабаланып сығып та китте. Айнурҙың көнө компьютер йыйыу менән үтте. Әсәһе ҡайтҡанға тиклем ул бер ноутбук ҡороп өлгөрҙө, ә атаһы әле ҡайтмаған ине. Тик Ғәлиә апайҙың кәйефе бик күтәренке түгел ине: улының дәрес ҡалдырғанын класс етәксеһе шылтыратып әйткәйне инде.
– Был ни эш улым, ни өсөн бөгөн мәктәпкә барманың? – тип һораны Ғәлиә апай.
– Башым ауырта ине, ятып торғайным, йоҡлап киткәнмен, – тип аҡланырға тырышты Айнур.
– Был сәбәп түгел инде, ауырығас кеше дауаханаға бара, справка ала. Өләсәйең бер көн өйҙә булмағансы дәрес ҡалдыраһың. Экзамендарға ла күп ҡалманы, уҡыуыңды бер ҙә ҡайғыртмайһың, китап тотоп ултырғаныңды ла күптән күргәнем юҡ. Шул компьютер, интернет тип бөтә донъяңды онотаһың. Әле бүлмәңде ниндәй тимер – томор менән тултырҙың, кемдән алдың был ноутбукты?
– Әсәй, минең өсөн ҡайғырма, минең уҡыу бик һәйбәт бара, бөтә предметтар буйынса ла билдәләрем яҡшы. Әйткәйнем бит мин атайға, беҙ Артур менән беҙ компьютер йыйып һатырға уйлайбыҙ, был детальдарҙы ул алып килде, бына бер ноутбук та әҙер. Хәҙер бын классташтарҙан өйгә ниндәй эш бирелгәнен шылтыратып һорайым да, дәрескә тотонам, – тип йыуатты Айнур әсәһен.
Ғәлиә апай тынысланғандай, улына ышанып бүлмәнән сығып китте. “Ярай, хәҙерге заманда шул инде, компьютерһыҙ булмай, бәлки шуның буйынса уҡыуға инер, шул өлкәлә белгес тә булып китер әле”, – тип уйланды эстән.
Айнур классташы Айҙарға шылтыратып өйгә ниндәй дәрес бирелгәнен һорап яҙып алды. Айҙар менән улар яҡын дуҫтар булмаһалар ҙа, дәрестә бер парта артында ултыралар. Ул Айнур һымаҡ уҡыуға һәләтле түгел, күбеһенсә өйгә бирелгән эшен эшләмәй килә лә, Айнурҙан күсереп ала торғайны. Айнурҙың ҡыуанысына күрә, бөгөн өйгә дәрес күп бирелмәгән ине, ул шунда уҡ бер нисә минутта эшләп тә ҡуйҙы. Шунан дәресен бөткәс, ул икенсе компьютерҙы йыйа башланы, быныһы ауырыраҡҡа тура килде, ләкин белмәгәнен интернеттан ҡарап, Артурҙан шылтыратып һораштырып, был эште лә тамамлап ҡуйҙы.
Кискә ҡарай Артур тағы ла килеп етте, Айнурҙың былай тиҙ эшләгәнен күреп бик ҡыуанды ул:
– Вот, Айнур, маладисһың да инде, шулай тиҙ әҙер булыр тип уйламағайным да, былай барһа, беҙҙең эш тиҙ алға китәсәк, бына ҡарап торорһоң, киләсәктә үҙебеҙҙең магазинды ла асып ебарербеҙ әле, – тип, шатланыуын йәшермәне Артур.
– Бер ҙә ҡыйын булманы, – тип үҙен маһайған булды Айнур, – тик һин был компьютерҙарҙы кемгә һатаһың?
– Бөгөн үк газетаға иғлан бирәм, интернетҡа ла яҙырмын, бына күреп торорһоң, иртәгә үк һатып алыусылар табылыр, мин әйтте тейерһең. Хәҙер мин был ике әҙер компьютерҙы алып ҡайтам, һатып ебәргәс тә, һиңә хәбәр итермен, – тип Артур сығыу яғын ҡараны.
Айнур иптәшен өйөнә тиклем компьютерҙарҙы алып барырға ярҙам итте. Айнур барып килгәнсе атаһы ла ҡайткан ине, хәҙер әрләр инде тип уйлағайны, нисектер Сабир ағай өндәшмәне, бәлки Ғәлиә апай улының дәрес ҡалдырғанын, компьютерҙар йыйыу менән шөғөлләнеүен әйтеп өлгөрмәгән булғандыр. Айнур атаһы менән сәләмләште лә, үҙенең йоҡо бүлмәһенә инеп китте. Бөгөн иһә ул оҙаҡ компьютеры алдында ултырманы, иртәрәк ятып йоҡларға булды.
Иртәгеһенә Айнур үҙе йоҡонан тороп мәктәпкә китте, сөнки өләсәһе әле ауылдан ҡайтмағайны. Был юлы йоҡоһо туйған ине. Тиҙ генә тороп йыуынып, сәй ҙә эсеп тормайынса, укыуға сығып китте. Мәктәпкә килеп еткәс тә, класс етәксеһен осратты, ул Айнурҙан дәрескә килмәгән өсөн аңлатма яҙҙыртты. “Еңел ҡотолдом,” – тип уйланы егет үҙенсә, сөнки әйтеп һүҙ менән аңлатып ыҡ-мыҡ итеп торғансы, ҡағыҙға яҙып ҡотолоуо яҡшыраҡ ине уға. Башҡа ваҡыт һүҙелмәй үткән дәрестәр
бөгөн ниңәлер яй уҙҙы. Айнур көскә тигәндәй алты дәресте уҙғарҙы, сөнки уның уйында уҡыу түгел, ә компьютерҙар йыйыу, ҡасан ғына Артурҙың яңы детальдар алып килеүе, әле йыйған компьютерға күпме аҡса алыуы хаҡында ине.
Айнур өйгә ингәндә өләсәһе яңы ҡайтып тора ине. Икәүләп ултырып сәй эскәндән һуң ул Артурға шылтыратырға булды. Дуҫы яҡшы яңылыҡтар менән ҡыуандырҙы: ул ике компьютерҙы ла һатҡан, көткәндән күберәк аҡса алған, һәм яңынан детальдар алырға йыйына икән, унан тыш Артур кискә үҙенең тыуған көнөнә саҡырҙы, әсәһе Мәскәүгә эшкә киткәнлеге хаҡында ла әйтте. Айнур был уңыштар өсөн ҡыуанһа ла, дуҫы тыуған көнөнә саҡырғас аптырап ҡалды, сөнки ул бындай сараларға, ҡунаҡҡа йөрөгәне юҡ ине әле. Ни булһа ла, берҙән бер дуҫының сағырыуын кире ҡағыу килешмәҫ, ҡасан да булһа ла йөрөп өйрәнергә, ҡыйыуһыҙлыҡ, оялыу холҡонан ҡотолор кәрәк, тип уйланы.

***

Айнур дуҫының фатирына килгәндә, йәштәр йыйылған ине, өс ҡыҙ өҫтәл әҙерләп йөрөй һәм ике егет Артурҙың бүлмәһендә гитара сиртеп ултыралар. Артур дуҫын бик йылы ҡаршы алды, һәм дуҫтары менән таныштырҙы.
– Әйҙәгеҙ дуҫтар өҫтәл артына ултырайыҡ, ваҡыт үтеп, кис етеп бара, – тип ҡунаҡтарын өҫтәл янына саҡырҙы табын хужаһы.
Тәүҙә Артурҙың баласаҡ дуҫы, классташы, әлеге ваҡытта Өфөлә уҡып йөрөгән Илдар исемле егет һүҙ башланы:
– Артур дуҫым, беҙ бала саҡтан бергә уйнап үҫтек, мәктәптә лә беренсе класстан бер парта артында ултырҙыҡ, киләсәктә лә ошолай бер-беребеҙҙе онотмай берга булайыҡ. Тыуған көнөңдә һиңә тик бәхет, уңыштар теләйем, – тип һөйләне ул. Бер нисә бала саҡтағы ҡыҙыҡ хәлдәрҙе һөйләгәндән һуң, – әйҙәгеҙ әле иптәштәр, ошо рюмканы Артурҙың һаулығы өсөн эсеп ебәрәйек, – тине.
Айнур аптырап ҡалды, сөнки уның бер ваҡытта ла араҡы түгел, һыра-шарап та эскәне юҡ ине, эсмәйем тип ҡаршылашып ултырһа ла, Илдарҙың өгөтләүҙәре, “Артурҙы, беҙҙе ихтирам итмәйһең” тип әйтеүҙәре, ҡыҙҙарҙың мыҫҡыл итеп йылмайып ҡарап ултырыуҙары бер рюмканы күтәрергә мәжбүр итте. Танауҙы өтөп алырлыҡ һаһыҡ еҫтән уҡшый яҙып көскә эсте ул. Илдар менән Артур маҡтап:
– Үәт исмаһам үҙебеҙҙең егет, – тип арҡаһын ҡаҡҡыланылар. Был маҡтау –билдәһеҙ упҡын ситендәге ярға баҫтырған...
“Беренсе менән икенсе араһында ваҡыт күп булмай,” – тип, ҡыҫтап, икенсе тостты Айнурҙан әйттерҙеләр. Оҙатылған тәүге рюмканан һуң әҙерәк ҡыйыуланып, кәйефе күтәрелгән Айнур Илдар кеүек мауыҡтырғыс оҙон һүҙҙәр һөйләп торманы, бер нисә һүҙ менән ҡотланы ла, рюмканың икенсеһен ҡоротоп ҡуйҙы. Унан һуң икенсе егет – Артурҙың ике туған ағаһы – Фәнил ҡотланы, аҙаҡтан ҡыҙҙар ҙа бер нисә һүҙ әйтте, шунан музыка уйнаны, бейенеләр, ҡыҫҡаһы тыуған көн байрамы ҡыҙа барҙы, йәштәргә күңел асты. Айнурҙың башына араҡы арыу ғына тейһә лә, ул ныҡ иҫермәне, бер нисә рюмканан һуң ҡабат эсмәне.
Кис төнгә һабышты, ә музыка һаман уйнай бирҙе, шунан күпмелер ваҡыт үткәс ишекте кемдер шаҡыны. Артур асһа, күршеләре тора ине. “Хәҙер үк музыканы, мәжлесегеҙҙе туҡтатмаһағыҙ, полицияға мөрәжәғәт итәбеҙ!” – тинеләр асыуланған күршеләр. Тик йәштәрҙең байрамының иң ҡыҙыу ваҡыты, ҡайтыу тураһында уйҙары ла юҡ ине. Шунан Артур клубҡа дискотекага барырға тәҡдим итте. Барыһыла ҡыуанып риза булдылар, Айнур ҡайтырға уйлағайны ла, Артурға уны күндереүе ауыр булманы:
– Ҡайтып нимә бар һиңә, иртәгә барыбер ял бит, йәш ваҡытта йөрөп байрам итеп ҡалайыҡ, берәй ҡыҙ менән дә таныштырырмын әле, – тине.
Такси саҡыртып клубҡа барырға һөйләштеләр, ете кеше булғанға күрә, ике машина саҡыртырға булдылар. Әле буш машиналар булмағас, диспетчер бер аҙ көтөргә ҡушты. Такси килгәнсе, Илдар егеттәргә балконға сығып тәмәке тартып алырға тәҡдим итте. Ләкин ул тәмәке урынына бер бәләкәй генә быяла һауыт менән бәләкәй шыптыр ҡапсыҡ килтереп сығарҙы. Ул ҡапсыҡтын эсендә аҡһыл-зәңгәр порошокты быяла һауытҡа һалды ла, зажигалкаһы менән йылыта башланы.
Заһит Ғибәҙәтов
фото т.роза
Читайте нас: