Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 16:12

Шылтыраталармы? Тоҙаҡҡа эләгеп ҡуйма!

Һиҙгәнһегеҙҙер, һуңғы арала таныш булмаған номерҙан көнөнә әллә нисәмә тапҡыр шылтыратып бимазалауҙар йышайҙы.

Эйе, илдә көрсөк булғанда, мутлашыусылар ҙа әүҙемләшә.
Баҡтиһәң, пандемияға бәйле Рәсәйҙә телефон мутлашыусылары бермә-бер артҡан. Был хаҡта 11 декабрҙә үткән Банктар ассоциацияһы советында Һаҡлыҡ банкы идараһы етәксеһе урынбаҫары Станислав Кузнецов белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, йыл башынан тотош илдә мутлашыусылар ябай граждандарҙың телефонына 15 миллион(!) тапҡыр шылтыратҡан. "Рәсәйҙә кибер-енәйәт ҡылыуҙың иҫ китмәле артыуы күҙәтелә. Мутлашыусыларҙың көнөнә 45 мең тапҡыр шылытыратҡаны асыҡланған. Улар йыш ҡына үҙҙәрен банк хеҙмәткәре, кеҫә телефоны операторы, полиция хеҙмәткәре тип танытҡан", - ти ул.

Мутлашыусыларҙың тоҙағына эләкмәү өсөн түбәндәге өс ҡағиҙәне иҫтән сығармау һорала:
- Таныш булмаған номерҙан шылтыратһалар, берүк алмағыҙ. Әгәр инде алаһығыҙ икән, тәү башлап һөйләшә башламағыҙ. Бер ваҡытта ла "эйе" тип яуап бирмәгеҙ.
- Шылтыратыусы банк хеҙмәткәремен тип таныштыра икән, трубканы һалығыҙ. Банктың телефон номерын үҙегеҙ йыйып, асыҡлап ҡуйығыҙ, ысынлап та, һеҙҙең менән бәйләнешкә сығырға уйланылармы икән. Банк телефоны пластик картала яҙылған.
- Иң мөһиме - нисек кенә ялынып һорамаһындар, бер кемгә, бер ҡасан да карта мәғлүмәттәрен әйтмәгеҙ!
Ошо ябай ҡағиҙәләр һеҙҙе оло бәләләрҙән һаҡлар, күңелһеҙ ваҡиғаларҙан аралар.
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас в