Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 16:05

Директорҙың ҡыҙына кем ҡул һуҙған?

Бөрйәндән күңелһеҙ хәбәр килде: бер ауылда мәктәп директоры булып эшләгән ҡатын танышын 16 йәшлек ҡыҙын мәсхәрәләүҙә ғәйепләй.

Бөрйәндән бик тә күңелһеҙ хәбәр килде: мәктәп директоры булып эшләгән ҡатын бер танышын 16 йәшлек ҡыҙын мәсхәрәләүҙә ғәйепләй. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Ҡатын полицияға ғаризаны 15 декабрҙә яҙған. Әйтеүенсә, 26 йәшлек ир уның ҡыҙын ике тапҡыр мыҫҡыллаған. Беренсе тапҡыр был хәл 12 февралдә Өфөлә, машина туҡталҡаһында булһа, икенсе тапҡыр яман эшен 23 июндә, Бөрйән районындағы ауыл янында урманда башҡарған.
Етәксе ҡатын ҡыҙының был ир менән таныш булыуын билдәләй. Ә ниңә был ваҡиғалар тураһында полицияға улай һуң, байтаҡ ваҡыт үткәс хәбәр иткәндәр – уныһы билдәһеҙ.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғаризаны ҡабул иткән, әлеге ваҡытта бәлиғ булмаған ҡыҙға зыян килтергән ирҙе эҙләйҙәр. Енәйәт эше әлегә ҡуҙғатылмаған.
Фото: cdn.ren.tv
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: