Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Декабрь 2020, 23:45

БАР ҘА ҠАЙТ, БАР ҘА ҠАЙТ! ЙӘ ТАШ БУЛЫП БАТ!

Өйләнеү, кейәүгә сығыу, өйләнешеү, ҡатын алыу, ғаилә ҡороу һымаҡ күренештәр бик һирәктәрҙе генә урап үтә. Һәр кем, тип әйтерлек, үҙенең статусын нисек тә булһа үҙгәртеп тора. Мин, мәҫәлән, үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән йәки кейәүгә сыҡмаған бер нисә генә кешене беләм.

Студент йылдарҙан ҡалған лаҡаптарҙың береһе: әгәр берәр ваҡ-төйәк йомош өсөн ҡыҙҙар рәхмәт әйтһә:
– Бар ҙа ҡайт, бар ҙа ҡайт, – тип шаярта торғайнылар.
– Ҡайҙа барып ҡайтырға? – тип аптырана ҡыҙ, нимә хаҡында һүҙ барғанын аңламай.
– Ҡайҙа булһын? Кейәүгә барып ҡайт! – тип ҡыуана өйҙә лә был йәһәттән бик үк тәрбиә күрмәгән егеттәр. Беҙҙең халыҡта бит, был хаҡта, матур итеп: “Төшкән ереңә таш булып бат!” – тип теләргә яраталар.
Донъя күргән кешеләр әйтеүенсә, беренсе никах – Хоҙайҙан икән. Икенсеһе – иблистән. Ә өсөнсөһө – яҙмыш.
Мир бөтмәһә, ир бөтмәй, тигән һымаҡ, Хоҙайҙың бирмеш көнөндә өсөһөн дә татығандар осраштырғылай.
Беҙҙең ауылда, мәҫәлән, йөҙгә етә яҙып үлгән харап егәрле, әрһеҙ әбей була торғайны. Әле туҡһанынсы йылдар башында әбейҙең ауыл аша үткән автобустарға беренсе булып кереп, урынды һайлап алып, ултырғанын күрә торғайныҡ.
Шул һөйләп килә. Юҡ, һөйләмәй, маҡтана. Нимә тип маҡтана:
– Беренсе бабайым Герман һуғышынан ике “тауыҡ тәпәйе” тағып ҡайтты. Матур ғына йәшәп алып киткәйнек, әллә Колчак булды, әллә Дутов – алып китте. Шул китеүҙән, ғәйеп булды. Хаты ла, хәбәре лә килмәне. Икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡҡанда, мәңге йәшәрбеҙ һымаҡ ине. Юҡ, булманы. Урман ҡырҡҡанда, ағас баҫты. Өс бала менән тороп ҡалдым. Үҙем ни, күҙгә күренеп торғас, ҡоро ҡаламмы һуң инде, өсөнсөгә һоратып килделәр. Матур ғына йәшәй инек, 41-ҙә тағы һуғыш башланып китте, уныһын да алып киттеләр. Ике йылданмы, өс йылданмы, раненный булып ҡайтты.
Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ: өс бабайҙан тороп ҡалдым. Эшкә әрһеҙ, уңған, тигән даным бар шул. Әле лә һоратып киләләр ул, ҡараусыһыҙ ҡалған, әбейҙәре үлгән яңғыҙ бабайҙар бар, ә мин әйтәм – етәр. Әйләнгән һайын, бабай ҡарап булмай. Хәҙер үҙемдең ейән-ейәнсәрҙәрҙең бүлә-бүләсәрҙәрен ҡарайым.
Ә ниңә улай оҙаҡ йәшәйбеҙ, тиһеңме? Беҙ йәш саҡта эш күп булды. Ашап-эсеү – икмәк тә үлән, үлән дә, икмәк. Ҡоймаҡты ла Ураҙа, йә Ҡорбан ғәйетендә генә, һанап ҡына, ҡоя торғайныҡ. Районға – гел йәйәү. Ат осраған саҡтар бик һирәк. Иртәнге дүртән, һелкетә баҫып, сығып китәбеҙ ҙә, тегеләрҙең самауыры ҡайнап сығыуға ғына, барып керәбеҙ. Сәй эсеп бөтөүгә, канторҙар асыла. Мына шулай йәшәнек...
Шулай йәшәгәндәр. Хәҙер никах теркәү мәсьәләһе, статистика йәһәтенән, шул кимәлгә барып етте – ҡайһы бер өлкәләрҙә никахтарҙың тарҡалыуы 120 процент тәшкил итә икән. Кем әйтмешләй, статистиканан да хәйләкәр тармаҡ юҡ. Был 120 процентты элек айырылышҡан, ләкин никахтарын рәсми рәүештә теркәмәгәндәр күрһәтә икән. Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Ә бит, ҡараһаң, никахһыҙ йәшәүселәр хәҙер күберәк бит әле.
фото т.роза
Читайте нас в