Даирә
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
17 Декабря 2020, 05:53
Ҡарабойҙай арзаная
Уның хаҡын 10 процентҡа төшөрөргә ҡарар иттеләр.
Бөгөн Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев ҡарабойҙай һәм ҡарабойҙай ярмаһы баҙарындағы хаҡ буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Сарала ошо культураны әүҙем үҫтергән төбәктәрҙәге аграр ведомстволар етәкселәре, шулай уҡ ҡарабойҙай етештереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҙур предприятиелар вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Рәмил Нуриәхмәтов республикалағы хәл тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан ҡарабойҙай етештереү буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Быйыл культура сәсеүлеге майҙаны – 54 мең гектар, тулайым йыйым – 64,5 мең тонна, гектарынан уңыш 11,9 центнер тәшкил иткән. Был, Алтай крайынан һәм Орел өлкәһенән ҡала, өсөнсө күрһәткес. Республика ауыл етештереүселәре был культураның тоннаһын 30-35 мең һумға һата.
Кәңәшмәлә республикала ҡарабойҙай эшкәртеү менән шөғөлләнгән ҙур предприятиелар вәкилдәре уның хаҡын 10 процентҡа арзанайтырға ҡарар итте.
Фото: twitter.com
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/araboy-ay-arzanaya-594411/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!