Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 17:47
Бөйөк Туҡайҙың һәйкәлен мәсхәрәләгәндәр
Өҫтәүенә шағир һынының һул яҡ яурынына һәм түшенә свастика эшләгәндәр...
Әстрхан ҡалаһында бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға ҡуйылған һәйкәлде мәсхәрәләп киткәндәр: уға зәңгәр буяу һөрткәндәр, өҫтәүенә шағир һынының һул яҡ яурынына һәм түшенә свастика эшләгәндәр.
Әстрхан ҡалаһы прокуратураһы был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан, һәйкәлде мәсхәрәләгән вандалдарҙы эҙләү иғлан ителгән. Был хаҡта өлкә прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Был ҡалала бөйөк татар шағиры Ғабдулла Туҡайға һәйкәл 2013 йылдың майында асыла. Билдәле шәхескә тап ошо ҡалала һәйкәл асылыуы тиккә түгел: Ғабдулла Туҡай 1911 йылда Әстрханда йәшәп киткән.
Фото: Динар Хисамовтың "Фейсбук"тағы сәхифәһенән.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-y-k-Tu-ay-i--yk-len-m-sh-r-l-g-nd-r-592274/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Яңа елда пособиеләр күпмегә артачак?