Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
16 Декабрь 2020, 17:55

“Ҡатыным, балаларым тип йән ата ине...”

Асыҡланыуынса, йәп-йәш килеш фажиғәле һәләк булған ирҙең ҡатыны һәм ҡыҙы...

Бынан ике көн элек Салауат ҡалаһы эргәһендә ҡот осҡос авария булыуы, унда 40 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлөүе хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. “Комсомольская правда” порталы ваҡиғаның үҙенсәлектәрен асыҡлаған.
Мәғлүм булыуынса, “Шевроле Авео” автомобилендә балалы ғаилә китеп барған. Көтмәгәндә ҡараңғы юлда уларҙың машинаһына ҙур тиҙлектә елгән “Сузуки Гранд Витара” машинаһы килеп бәреләгән. Ғаилә башлығы урында уҡ йән биргән, ҡатын менән ун йәшлек баланы ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар.
67 йәшлек “Сузуки” водителе иһә, ЮХХДИ иларалығы хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, эскән килеш рулгә ултырған. Шуға ла автомобилгә идараны юғалтып, ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм “Шевроле”ға барып бәрелгән.
Социаль селтәрҙәрҙә кешеләр Салауат ҡалаһына инә торған ошо урынды һәр саҡ ҡараңғы, хәүефле урын тип атай, трассала яҡтыртҡыстарҙың булмауына зарлана.
Асыҡланыуынса, был кистә “Шевроле” автомобилендә Марсель һәм Ләйсән И.-ҙың ғаиләһе китеп барған. Авариянан һуң уларҙы шаһиттар үҙаллы сығара алмаған, ҡотҡарыусылар ғына махсус ҡоролмалар ярҙамында тимер өйөмөнә әүерелгән машина тотҡононан ҡотҡарған.
Авария яһаған оло йәштәге иҫерек ирҙе лә дауаханаға оҙатҡандар.
Фажиғәгә тарыған ғаиләнең таныштары иһә был ваҡиғаға һаман ышана алмай. Улар тураһында тырыш, булдыҡлы, балалары өсөн йәнен бирергә әҙер торған ата һәм әсә тип әйтәләр.
Ғаиләлә ике бала үҫеүе мәғлүм. Авария ваҡытында машинала булған кесе ҡыҙҙары бейеү, математика менән мауыҡҡан.
Һәләк булған ғаилә башлығы Марсель хаҡында иһә алсаҡ, яҡшы күңелле, ихлас кеше ине тиҙәр. Әйтеүҙәренсә, ул ғаиләһен бик яратҡан, йыш ҡына сит илгә бергәләп ял итергә йөрөгәндәр, гел бергә ваҡыт үткәргәндәр. Аварияға эләккән ғаилә ағзаларын яҡындан белгән кешеләр Ләйсән И.-ға һәм уның балаларына ошо ауыр фажиғәне кисерерлек сабырлыҡ теләй.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Һәләк булған ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек теләйбеҙ.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/atinim-balalarim-tip-y-n-ata-ine-590609/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: