Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Декабрь 2020, 22:20

Ғүмерҙәр өҙөлмәҫ тә ине, әгәр...

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Әбйәлил районында булған янғынға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.


Хәбәр итеүебеҙсә, унда төндә ҡарттар йортонда янғын сыға, һөҙөмтәлә 11 кеше һәләк була, бишәүһе ҡотолоп ҡала.
“Фажиғәнең сәбәптәрен тәфтишселәр билдәләр, тик әленән уның элементар хәүефһеҙлек нормаларын үтәмәүҙән барлыҡҡа килгәне күренеп тора. Бина кешеләрҙең, айырыуса өлкән йәштәгеләрҙең бында тәүлек әйләнәһенә йәшәүенә ҡулайлаштырылмаған. Рөхсәт документтары тураһында әйтеп тораһы ла түгел...
Яңыраҡ “Минең ғаиләм” пансионаты тирәләй булған ғауғанан һуң, республика парламенты Рәсәйҙә шәхси ҡарттар йорттарын лицензиялауҙы индерергә тәҡдим иткәйне. Федераль законға тейешле үҙгәрештәр Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Ҡануниәт Советына ебәрелде. Әлеге ваҡытта өлкәндәр өсөн күп пансионаттар “күләгәлә” эшләй. Тик социаль хеҙмәттәр күрһәтеүселәр реестрына үҙ теләге менән ингән ойошмалар ғына контролдә тотола, улар бик аҙ. "Күләгәлә" эшләгәндәрҙә янғындар булһа, был хаҡта бәхетһеҙ осраҡтар теркәлһә, йә кешеләр менән насар мөнәсәбәт итһәләр генә асыҡлана. Лицензиялау индереү бындай ойошмалар эшмәкәрлеген тәртипкә һалыу, тейешле контроль булдырыу һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлеге бирәсәк. Тиҙ арала ҡануниәткә үҙгәреш индереү кәрәк. Дәүләт хәлде үҙ контроленә алырға тейеш”, – тине Константин Толкачев.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
  • Читайте нас: