Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 10:45

“Үҙең аҫылынһаң, яҡшыраҡ булыр ине”

Әлеге ваҡытта йылдың иң яңғырауыҡлы енәйәт эше буйынса суд бара. Уның нисек тамамланырын ил кешеләре ҡыҙыҡһынып көтә. Кемдәрҙер һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән Рәмил Шәмсетдиновты йәлләп, уға еңелерәк яза теләһә, икенселәр ул мотлаҡ ғүмеренең аҙағына тиклем төрмәлә ултырырға тейеш тигән фекерҙә.

Әле асыҡланыуынса, был эш буйынса Рәмилгә психиатрия экспертизаһы үткәргән психиатрҙарҙан да һорау аласаҡтар. Билдәле булыуынса, уның психик хәлен Мәскәү ҡалаһындағы Сербский исемендәге социаль һәм суд психиатрияһы дәүләт ғилми үҙәге белгестәре тикшергәйне. Рәмил судта белдереүенсә, белгестәр уға ҡарата алдан уҡ кире мөнәсәбәттә булған.
Сираттағы суд ултырышы барышында Рәмил Сербский исемендәге институт белгестәре янында уға ауыр булыуын әйткән.
– Улар минән хәлдәрҙең нисек булыуы тураһында һораны. Әгәр мине унитазға башым менән тыҡһалар, аҫылыныр инем тинем. Белгес миңә, аҫылынһаң яҡшыраҡ булыр ине, ул саҡта быларҙың береһе лә булмаҫ ине тине, – тигән Шәмсетдинов.
Икенсе белгес менән дә ошондайыраҡ һөйләшеү булған.
– Уға "Минән нәскиҙәрен көсләп йыуҙыралар ине", тинем, ә белгес бында бер ниндәй ҙә ҙур проблема юҡ тине, йыуырға ла ҡуйырға ине, былай булмаҫ ине тип яуап бирҙе. Минеңсә, был уларҙың миңә ҡарата алдан уҡ кире фекерҙә булыуын күрһәтә, – тигән һалдат.
Рәмилдең адвокаттары белдереүенсә, психиатр экспертизаһы ҡарары шундай итеп эшләнгән, улар буйынса һалдат ғәйепле булып таныласаҡ.
Бынан һуң уға ҡарата экспертиза үткәргән дүрт белгестең өсәүһенән һорау алырға кәрәк тигән ходатайство бирелгән. Суд уны ҡәнәғәтләндергән. Яҡын арала был белгестәрҙән һорау алыу ойоштороласаҡ.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: