Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Декабрь 2020, 13:42

"Амнистия иғлан итәм!"

Йырсы Илһөйә Бәҙретдинова тамашасыларына күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Бына яңыраҡ ул тағы дөрләп янған усаҡҡа "утын" ырғытты.

Йырсы Илһөйә Бәҙретдинова тамашасыларына күңелһеҙләнергә ирек бирмәй. Яңы йырҙарын, клиптарын тәҡдим итеүҙән тыш, ул көн дә тиерлек социаль селтәрҙәрҙә кешеләргә төрлө фекерен белдерергә сәбәп тыуҙырып ҡына тора. Шул рәүешле үҙенең популярлығын арттыра.
Бына яңыраҡ ул тағы дөрләп янған усаҡҡа "утын" ырғытты. "Ә мин бөгөн хөрмәтле хейтерҙарымдың (дөрөҫ яҙҙыммы, ә?) әҙерәген "ҡара исемлек"тән сығарҙым. О-о-о, һеҙ минең директты күрһәге-е-еҙ... Иртәгә тағы әҙерәген сығарам. Амнистия. Ҡыҙыҡлы комменттарҙы рәсми рәүештә асыҡ тип иғлан итәм", - тигән дә сағыу төҫтә кейенеп төшкән фоторәсемен ҡуйған.
Уны яратыусылар ҙа, тәнҡитләргә әҙер тороусылар ҙа комментарийҙарын ҡалдырған: "Иҫ киткес булған был!", "Был кейемеңдә таныманым һине, нимә кейгәнеңде аңламай аптыраным", "Бик матур! Батыр кеше генә шулай кейенә ала. Миңә оҡшай", "Матур кейенгәнһең, күҙҙәрең матур, бик сибәрһең", "Концерттар юҡ. Яйлап ҡына аҡылдан яҙабыҙ", "Эльвин Грей шулай кейенергә кәңәш бирҙеме әллә?"...
Фото: И. Бәҙретдинованың шәхси архивынан.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Amnistiya-i-lan-it-m-588065/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500
Читайте нас: