Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында штрафһыҙ осорҙоң ҡасан тамамланыуын белдерҙеләр.2021 йылдың 1 ғинуарынан башлап коммуналь хеҙмәттәргә ваҡытында түләмәгән фатир хужаларын пеня һәм штрафтар көтә. 2020 йылдың апрелендә ҡабул ителгән ҡарарҙың срогы декабрҙең һуңғы көнөндә тамамлана. Законға ярашлы, яңы йылдан башлап пеня бурыстың бөтә суммаһына, шул иҫәптән 2020 йылдағы бурысҡа ҡарата ла иҫәпләнәсәк. Шуға күрә өҫтәмә сығымдарҙан ҡотолоу өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе кисектермәҫкә, тулы күләмдә һәм ваҡытында түләргә кәңәш итәбеҙ.