Даирә
+17 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 22:51
ВАҠ БӘЛЕШ
ҠАМЫР: 0,5 л. йылымыс кефир + 1 балғалаҡ сода + 2-3 ҡалаҡ майонез + 100 гр. аҡ май + 2 ҡалаҡ көнбағыш майы + бер балғалаҡ тоҙ + 2 балғалаҡ шәкәр + 1 йомортҡа + он = барыһын бергә
болғап, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға.
ЭСЛЕК: 500 гр. фарш (ваҡ ҡына туралған тауыҡ ите лә ярай) + 6-7 эре бәрәңге + 2-3 баш ҙур һуған + ус аяһындай ҡаҙ майы + тоҙ + борос = барыһын да турап, бергә болғатырға.
Ваҡ бәлештәр йәки өсмөйөштәр эшләп, алдан ҡыҙҙырылған 180 градуслы мейестә 30-35 минут тирәһе бешергәс, өҫтөн ирегән май менән буяп ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Автор: Лилия Такаева
фото интернет селтәренән
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/fay-aly-k-sht-r/Va-b-lesh-587107/?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=60402485
Һаҡмар гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: