Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 15:06
Ул онкология диспансерына киткән булған...
Йылайыр районынан 33 йәшлек ҡатынды дүртенсе көн таба алмайҙар. Иренең әйтеүенсә...
Башҡортостанда йәнә кеше юғалған. Был юлы туғандары 33 йәшлек ҡатын өсөн борсола. Екатерина Владимировна Лаптева (Задорина) 7 декабрҙә өйөнән сығып киткән, һәм ошоға тиклем уның ҡайҙалығы билдәле түгел.
“Лиза Алерт” ирекмәндәре хәбәр итеүенсә, Екатерина Йылайыр районының Йылайыр ауылында йәшәй. Уның Өфөлә булыуы ихтимал, медицина ярҙамына мохтаж.
Билдәләре: буйы 165 см, ҡаҡса, сәстәре һары, күҙе һоро-күк. Капюшонлы ҡара-йәшел куртҡа, тубығына тиклем оҙонлоҡтағы замша итек, ҡара баш кейеме кейгән.
Һуңғараҡ шулар асыҡланды: ире белдереүенсә, Екатерина баш ҡалаға онкология диспансерына тип китә. Ҡатында яман шеш бар икән һәм ул дауаланыу өсөн диспансерға йөрөй. Екатерина ире менән юғалған көнөндә шылтыратып һөйләшкән. Ул онкология диспансерына ла барып етмәгән.
"Өфөлә туғандары ла, барыр таныштары ла юҡ. Дауаханаға ла барып етмәгәнен асыҡланыҡ. Ҡунаҡханала ҡунған да икенсе көнө унан сығып киткән. Башҡа мәғлүмәт юҡ", – тигән ире.
Екатерина хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-800-700-54-52 йәки 112 телефондарына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "Лиза Алерт".
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ul-onkologiya-dispanserina-kitk-n-bul-an-586835/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: