Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 15:13

Тымау тейгәндә нимә эшләргә ярамай?

Дөрөҫ дауаламаһағыҙ, тымау, танау тоноуы ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Бөгөн киң таралған, әммә һаулыҡҡа зыян килтергән халыҡ медицинаһы ысулдарын барлайбыҙ.

1. Танауҙы йылытыу
Ҡайһы берәүҙәр быны йылытылған ҡом, бешкән йомортҡа менән дә эшләй. Әммә белгестәр әйтеүенсә, был файҙалы булыуҙан бигерәк, зыян ғына килтерә.

Һәр тымау – елһенеү билдәһе. Уны вирустар, бактериялар, аллергендар тыуҙырыуы ихтимал. Тымау урындағы ҡан тамыр­ҙарының киңәйеүенә килтерә, танау туҡымаһы шешә, елһенә, лайла бүленеү көсәйә. Был хәл танау ҡыуышлығына ла тарала.

Йылытҡан саҡта иһә танау ҡыуышлығына ҡан ағымы көсәйә, елһенеү процесы тағы ла әүҙем­ләшә, лайла арта, тын алыу ауырлаша. Шешеү танау һәм танау ҡыуышлығы юлдарын ҡаплай, бактериялар күпләп үрсей башлай, синусит сире барлыҡҡа килә. Тымауҙы дауалау өсөн ҡан тамырҙарын тарайтыусы препараттар ҡулланыу зарур. Был тын алыуҙы еңелләштерә, танау һәм танау ҡыуышлығы араһындағы юлдарҙы аса.

2. Эҫе ингаляциялар
Күптәрҙең тымауҙы эҫе быу менән дауалағанын беләбеҙ. Картуф бешереп һулау ысулын алайыҡ, мәҫәлән. Ғәмәлдә былай эшләргә лә ярамай. Быу былай ҙа микробтарҙан елһенгән танау ҡыуышлығын ҡуҙғытып ебәрәсәк.

Унан тыш, зарарланған тын юлдары организмдағы башҡа патоген микробтарҙы әүҙемләштереүе ихтимал. Һөҙөмтәлә ябай тымауҙың йоғошло сиргә күсеүе бар.

3. Алоэ и каланхоэ
Халыҡ медицинаһы классикаһы — танауға алоэ һәм каланхоэ һутын тамыҙыу. Йәнәһе, улар танау эсен сылата, тын алыуҙы еңеләйтә, һауығырға ярҙам итә. Алоэ һәм ка­ланхоэ, ысынлап та, дарыу үлә­н­дәре. Һуттарының микробтарға, елһе­неүгә ҡаршы көсө билдәле. Мә­гәр улар лайлалы туҡыманы бик ҡаты ҡуҙғытыуы, яндырыуы бар. Һәр хәлдә, танау өсөн уны “та­ҙа” килеш файҙаланырға ярамай, аллергия башланыуын көт тә тор.

Ғөмүмән, тымау ваҡытында үҫемлек һуттарын түгел, ә махсус препараттар ҡулланыу отошлораҡ.

4. Бал һәм умартасылыҡ продукттары
Балды күптәр ярата, уның тылсымлы сифаттарына ышана һәм бәғзеләр уны танау өсөн дә ҡулла­нырға була, тип уйлай. Ул танауҙы еүешләндерә, туҡтауһыҙ сөскөрөү­ҙе баҫа, тип иҫәпләй.

Әммә бал танауҙың лайлалы туҡымаһын ҡуҙғытыуҙан, аллергиянан башҡа бер һөҙөмтә лә бир­мәй, тымау, киреһенсә, көсәйәсәк.

5. Һуған һәм һарымһаҡ
Был ике үҫемлекте беҙҙең халыҡ бик ярата, уларҙың дауалау көсөнә лә ышана. Тымау тейгәндә лә файҙаланыусылар табыла: танауға һарымһаҡ йә һуған киҫәк­тәрен тыҡһындармы, уны ваҡ итеп турап еҫкәһендәрме, һутын һығып танауға тамыҙһындармы...

Уларҙың икеһе лә фитон­цид­тарға – микробтарға ҡаршы көрә­шеүсе тәбиғи матдәләргә бай, әммә һауала уларҙың миҡдары бик аҙ була һәм тымауҙы еңә алмай. Был йәшелсәнең быуын һулау файҙа­һыҙ, һутын танауға тамыҙыу ҙа хәүефле, сөнки һуған йә һарымһаҡ һуты лайлалы ту­ҡымаларҙы яндыра, был хатта синусит һәм бактериаль ҡатмар­лылыҡтар тыуҙы­рыуы ихтимал.

Бына ошондай ябай ғына үҙен­сәлектәрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ.

Тымауҙы, танау тоноуҙы дөрөҫ дауаламағанда, ҡатмарлы эҙемтә­ләргә килтереүе бар, шуға күрә һаҡ булығыҙ, табип менән кәңәш­ләшеп дауаланығыҙ.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Фото: Олег Яровиков
Читайте нас: