Магнитогорск ҡалаһында әсәһе ишек яңағына бәргән сабый алынған тән йәрәхәттәренән вафат булған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 4 декабрҙә йәш әсә сабыйы менән ҡалала йәшәгән әхирәтенә ҡунаҡҡа килә. Ҡатындар спиртлы эсемлектәр ҡуллана. Ниндәйҙер бер мәлдә ҡунаҡ сабыйын эләктереп ала ла ишек яңағына бәрә.
Кескәй сабый бик ауыр хәлдә ҡала дауаханаһына оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың ғүмере өсөн табиптар ни тиклем көрәшеп ҡараһа ла, ҡотҡарып ҡала алмай. Быға сабыйыҙың алдан алған йәрәхәттәре лә үҙ йоғонтоһон бирмәй ҡалмай.
Үҙ балаһын үлтергән әсә һаҡ аҫтына алынған. Ошоға тиклем дә ғәйепләнеүсе балаларын тейешенсә тәрбиәләмәгән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.
Уның тағы ла бер йәшлек ҡыҙы бар. Тәфтиш комитеты ғәйепләнеүсегә үҙ ҡарарын сығарыр, әммә үҙ балаһын үлтергән әсә артабан нисек йәшәр, үҙ ғәйебен танырмы, әлегә әйтеүе ҡыйын...