Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 23:03

Кәбеҫтә шарлоткаһы

3 йомортҡаға 5 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 3 ҡалаҡ майонез,6 ҡалаҡ он, тоҙ, ҡамыр ҡабартҡыс, укроп һалып, шыйыҡ ҡына ҡамыр эшләргә. Эслек өсөн 500 г кәбеҫтәне турап, табала бешереп алырға.

Һыуынғас, майланған табаға ҡамыр, уның өҫтөнә кәбеҫтә, ҡамыр һалырға. Кунжут орлоғо менән биҙәргә була.

Кәбеҫтәнән торт

700 г кәбеҫтәне ваҡ ҡына итеп турап, ярты ҡалаҡ тоҙ ҡушып бутарға һәм 10 минутҡа ултыртып торорға. Һуңынан тағы бер аҙ тоҙ, 4 йомортҡа, 7 ҡалаҡ он, укроп, петрушка кеүек йәшел тәмләткестәр ҡушырға ла, шыйыҡ ҡамыр әҙерләргә. Ҡоймаҡтарҙы бешереп алырға, һыуытырға.

Ҡаттарға һылау өсөн эслек түбәндәгесә әҙерләнә.

200 г ҡаты сырҙы, өс бешкән йомортҡаны, дүрт бүлкәт һарымһаҡты ҡырғыстан ҡырырға ла, 100 г йомшаҡ сыр, 6 ҡалаҡ ҡаймаҡ, йәшел тәмләткестәр ҡушырға. Ошо ҡуйы массаны ҡоймаҡтарға һыларға һәм ҡатлап теҙергә.

Тиҙ әҙерләнә торған кекс

Көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп төшһә, ошо кексты тиҙ генә бешереп алырға мөмкин.

4 йомортҡа, 4 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, ванилин, 1 стакан он кәрәк.

Ингредиенттарҙы барыһын да бергә миксер менән туҡып, ҡыҙыу мейестә бешереп алырға.

Фото: Т.Аманов
Йәшлек гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: