Даирә
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Декабрь 2020, 21:47

Бәпес вафат булған...

Биш ҡатлы йорт фатирҙарының береһендә һигеҙ айлыҡ ҡына малай бәпес үлгән.

Өфө үҙәгендә йәнә сабый үлеменә бәйле фажиғә теркәлде. Биш ҡатлы йорт фатирҙарының береһендә һигеҙ айлыҡ ҡына малай бәпес үлгән.
Баланың кәүҙәһен ата-әсә төн уртаһында 9 декабрҙә асыҡлай. Улар “ашығыс ярҙам” саҡырта һала, тик улар ни бары үлгәнен теркәй. Урынға тәфтиш-оператив төркөм килә. Хеҙмәткәрҙәр бәпестең кәүҙәһендә йәрәхәт эҙҙәре асыҡламай. Малай бәхетһеҙ осраҡ йәки берәй сирҙән үлгәндер тигән фараздар бар.
Баланың ни өсөн һәләк булғанын аныҡлар өсөн кәүҙәне суд-медицина экспертизаһына йүнәлткәндәр.
Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашаб
ыҙ. Бала ҡайғыһы күрһәтмәһен Хоҙай.
Фото: m.okidoki.ee
Автор: Альфия Мингалиева
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас в