Даирә
-16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 23:58

Яңыраҡ ҡына һөйгәнен юғалтҡан...

Үле кәүҙәһе янында хушлашыу хаты табылған...

Өфөлә йәнә бәхетһеҙ осраҡ. Кисә, 9 декабрҙә, йорт ихатаһында 25 йәшлек ҡатындың үле кәүҙәһе табыла.
Асыҡланыуынса, ул шул йортта 3 декабрҙән алып ҡуртымға фатир алып йәшәгән. Был турала "КП-Өфө" баҫмаһы хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары ҡатындың йәшәгән ерен тикшереп сыҡҡан һәм хушлашыу хаты яҙылған дәфтәр тапҡандар. Ул унда үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан һәм үҙен ғәфү итеүҙе һораған. Тағы шуныһы билдәле, бер нисә аҙна алдан ғына уның һөйгәне лә үлгән. Тик был үлемдәрҙең бер-береһенә бәйлеме-түгелме икәнлеге асыҡланмаған.
Фатир хужабикәһе белдереүенсә, ҡыҙ тыныс булған, өйөнә кеше йөрөтмәгән. Хәҙер криминалсылар эштең айышына төшөнөргә тейеш. Улар ваҡиға урынынан кеҫә телефоны, ике бәйләм асҡыс һәм яҙмалар менән дәфтәрҙе алған.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: