Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 17:44

Тыуған көнө етеп килгәндә...

Ғафури районының Табын ауылында булған янғында 11 йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө, тип хәбәр иткәйнек. Фажиғәгә бәйле ниҙәр асыҡланды?

Башҡортостанда нисәнсе көн рәттән ҡот осҡос янғындар теркәлә. Уларҙа күпләп кеше, ә иң аяныслыһы - бәләкәй балалар һәләк булды. Шундай янғындарҙың береһе бөгөн таң менән Ғафури районының Табын ауылында теркәлде, тип хәбәр иткәйнек. Унда 11 генә йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йорт яна башлауы тураһындағы хәбәр таң менән 06.30 сәғәттә килә. Ут һүндереүселәр килеп еткәндә, янғын өйҙө тулыһынса ялмап алған була. Бер сәғәттән уны туҡтатыуға өлгәшәләр һәм баланың кәүҙәһен дә шул саҡта ғына табалар.
Өйөндә ут сыҡҡанын иң тәүҙә ғаилә башлығы Алихан Т. күреп ҡала. Ул ҡатынын туҡталышта ҡалдырып ҡайтып барған була. Төтөндө күреп ҡалыу менән бер нисә минут эсендә йүгереп ҡайта һәм өйҙәгеләрҙе уята башлай. Был ваҡытта йортта ике өлкән кеше һәм өс бала була: Алихандың ағаһы, оло улдарының ҡатыны (улдары Себерҙә эштә), уның ике бәләкәй балаһы (береһенә бер йәш тә тулмаған) һәм йорт хужаларының 11 йәшлек улы Дамир (исеме үҙгәртеп алынды). Төтөн тиҙ арала бүлмәләрҙе ялмап ала, сигнализация эшләй. Бөтәһе лә ҡабаланып тышҡа сыға башлай. Тик хәүефһеҙ урынға еткәс кенә Дамирҙың юҡлығын күреп ҡалалар. Малай, утты һүндерергә тырышып, өйҙә ҡалған икән. Өлкәндәр уның артынан инмәксе була, тик быны эшләй алмай: бар йортто төтөн, ут ялмай...
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, янғындың сәбәбе - электр сымының төҙөк булмауында. Тик быны әле асыҡлайһы бар. Бер нисә сәғәт эсендә ҙур ғаилә йортһоҙ ҡала. Ә иң ҙур фажиғә – баланы ҡайтарыу мөмкин түгел... Бер нисә көндән Дамирға 12 йәш тулырға тейеш булған. Малай спорт менән мауыҡҡан, ошо йәһәттән билдәлелек яуларға хыялланған.
"Бик күңелсәк, шаян малай ине. Футбол, баскетбол уйнарға яратты, боксҡа ла йөрөнө, уҡыуҙа ла артта ҡалмаҫҡа тырыша торғайны", – тигән ғаиләнең туғандары.
Һуңғы ваҡыт көн һайын янғынға бәйле насар яңылыҡтар ишетеп торабыҙ. Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: мейес яҡҡанда, көнкүреш электр приборҙары менән файҙаланған саҡта һаҡ булырға, өйҙә тәмәке тартмаҫҡа, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама алып ҡуйырға кәрәк. Электр сымдарының төҙөклөгөн дә даими тикшереп тороғоҙ. Ошоноң кеүек фажиғәләр башҡа булмаһын ине.
Фото: КП-Өфө.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: