Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 18:28
Рәмил ғәйебен таныған
Рәмил Шәмсетдинов элекке көн суд ултырышында ғәйепләүҙәргә ҡарата фекерен белдергән. Уның әйтеүе буйынса...
Былтыр октябрҙә армияла хеҙмәт иткәндә һигеҙ хеҙмәттәшен атып үлтергән, икәүһен яралаған һалдат Рәмил Шәмсетдинов элекке көн суд ултырышында ғәйебен таныған, әммә быны аффект хәлендә – үҙ-үҙен белештермәй, тыя, контролдә тота алмау халәтендә башҡарғанын белдергән. Уның әйтеүе буйынса, был өлкән лейтенанттың бер нисә көн йоҡларға бирмәүе арҡаһында килеп сыҡҡан.
Ләкин судта прокуратура вәкилдәре Рәмилгә үткәрелгән психиатрик экспертизаны уҡып ишеттерергә рөхсәт итмәгән. Йәнәһе, уларҙың присяжныйҙарҙың ҡарар сығарыуына тәьҫир итеүе ихтимал.
Бөгөн иһә судья психиатрик экспертиза буйынса яһалған психолог һығымтаһын енәйәт эше материалдарына өҫтәргә рөхсәт итмәгән. Шулай уҡ Рәмилдең адвокаттарының унан беренсе тапҡыр төндә һорау алыуҙарына ялыуын кире ҡаҡҡан.
Ә Рәмил Шәмсетдиновтың аффект хәлендә енәйәт эшләүен таныһалар, ул әлеге 105-се – алдан уйлап үлтереү статьяһы буйынса түгел, ә 107-се статья буйынса хөкөм ителер ине.
Фото:
news.megatyumen.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-mil--yeben-tani-an-582143/
Читайте нас: