Даирә
-6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 18:16

Ир менән ҡатын ҡышҡыһын мажара эҙләгән...

Отнурок ауылына килеп сыҡҡас, туғандарына үҙҙәренең ҡайҙалығы хаҡында хәбәр иткәндәр. Әммә шунан һуң улар менән бәйләнеш өҙөлгән.

Үткән ял көндәрендә ҡотҡарыусыларға ир менән ҡатынды эҙләп, Белорет районының Малиновка тауына юлланырға тура килгән, тип хәбәр итә Уфасити порталы.
Баҡтиһәң, улар Малиновка тауының өсөнсө бейеклеге булған түбәнән төшөп килгәндә аҙашҡан. Отнурок ауылына килеп сыҡҡас, туғандарына үҙҙәренең ҡайҙалығы хаҡында хәбәр иткәндәр. Әммә шунан һуң улар менән бәйләнеш өҙөлгән. Туған тейешле ир шул урынға килгән, әммә юғалыусыларҙы таба алмаған. Шунан һуң ул ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә - 112 телефонына шылтыратырға ҡарар итә.
Ҡотҡарыусылар килеп, тирә-яҡты бер итеп ҡыҙыра, әммә юғалыусылар табылмай. Тик кире ҡайтып барғанда ғына, ҡысҡыртҡыс тауыштар ишетеп, теге икәү үҙҙәре килеп сыға. Аҙашыусыларҙы ҡайнар сәй эсереп, йылытып, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте табиптарына тапшыралар.
Һуңғы ваҡытта тауға менеп мажара эҙләүселәр бермә-бер күбәйҙе. Әммә шул уҡ ваҡытта махсус әҙерлекһеҙ урман-ҡырҙа хәүефһеҙ икәнен оноторға ярамай, бигерәк тә ҡыш мәлендә.
Фото Т.Роза
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: