Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 21:10

“Гүйә, уны алмаштырғандар ине...”

18 йәшлек Настяны ярты йылдан ашыу таба алмайҙар. Асыҡланыуынса...

Өфөлә 18 йәшлек Анастасия Виноградованы ярты йылдан ашыу таба алмайҙар. Ҡыҙҙың ата-әсәһе ни эшләргә лә белмәй.
"Настя Өфөлә тыуҙы, аҙаҡ оҙаҡ ҡына Бөрөлә йәшәне. Ә ағымдағы йыл башында кире баш ҡалаға әйләнеп ҡайтты. Гүйә, уны алмаштырғандар ине. Әсәһе менән һуңғы тапҡыр февралдә бәйләнешкә сыҡҡан, мин мартта күргәйнем. Шунан һуң бөтөнләй ғәйеп булды. Өфөлә кем менән һәм ҡайҙа йәшәгәнен белмәйбеҙ, ул был турала һөйләргә яратманы", – тигән “КП-Өфө” баҫмаһына апаһы Владлена.
Туғандары асыҡлауынса, ҡыҙ йыш ҡына Черниковкала, 17-се балалар дауаханаһы тирәһендә күренгән, бында ул асоциаль кешеләр менән аралашҡан. Тик таныштары ла Настяны күптән күргәне юҡ икән.
Ҡыҙҙың апаһы белдереүенсә, уның әсәһе апрелдә үк полицияға ғариза тапшырған. Тик “карантин сәбәпле” тип эҙләүҙән баш тарталар. Хәҙер Настяның туғандары фекеренсә, ҡыҙ криминал төркөм менән бәйләнешкә ингән һәм уға хәүеф янауы ихтимал. Улар тиҙ арала ҡыҙҙарын табырға тырыша.
Настяның билдәләре: буйы 155 см, ҡаҡса, сәстәре ерән, тик ҡара төҫкә буяуы ихтимал. Бәкәлендә “13” һаны яҙылған татуировкаһы бар. Әгәр уны күрһәгеҙ, 8(987)031-68-77 (Владлена) телефонына шылтыратыуығыҙ һорала.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: