Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Декабрь 2020, 17:37

“Бер-береһен үлеп яраталар ине...”

Бишбүләктәге ҡот осҡос фажиғәлә ике балаһы менән бергә һәләк булған Регина һәм Эдвард Азизовтар тураһында түбәндәгеләр асыҡланды.

8 декабргә ҡараған төндә Бишбүләк районының Бәләкәй Мәнәүез ауылында янғын сығыуы, унда тотош ғаиләнең һәләк булыуы тураһында матбуғат саралары хәбәр иткәйне. Шәхси йортта йәшәгән 27-шәр йәшлек ир һәм ҡатын, уларҙың ете йәшлек ҡыҙы һәм дүрт йәшлек улы һәләк булғаны мәғлүм.
Ҡотҡарыусыларға янғын тураһында төнгө сәғәт 2-лә хәбәр иткәндәр. Улар тиҙ арала килеп еткән һәм Шоссе урамында ике фатирлы кирбес йорттоң тулыһынса ут менән ялманғанын күргән. Ярты сәғәт эсендә ут һүндерелгән, эштә биш берәмек техника һәи 16 кеше ҡатнашҡан.
Емереклектәрҙе таҙартҡан саҡта янғын һүндереүселәр дүрт кешенең йәнһеҙ күҙәһен тапҡан. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, һүҙ Регина һәм Эдвард Азизовтарҙың ғаиләһе хаҡында бара.
Урындағы халыҡ уларҙы тик ыңғай яҡтан баһалай, ”эшләп йөрөйҙәр, бер-береһен һәм балаларын бик яраталар ине”, тип билдәләгән.
“Регинаны урамда осратһаң, гел йылмайыр, йыраҡтан сәләм бирер ине. Бик-бик йәл йәштәр... Матурҙар, тырыштар... Балалары өсөн бөтәһен дә эшләнеләр. Беҙҙең ауылда бер нисә йыл йәшәйҙәр”, - тип белдергән ошо ауыл кешеһе.
Регина тыумышы менән Бәләбәй районының Приют ҡасабаһынан. Эдвард менән һигеҙ йыл элек ғаилә ҡорғандар, бер-бер артлы балалары тыуған.
Әлеге ваҡытта янғындың аныҡ сәбәбе асыҡланмаған, белгестәр тикшереү үткәрә, енәйәт эше асылған. Урындағы халыҡ, электр сымдарында ҡыҫҡа замыкание булғандыр һәм ғаилә йоҡо аралаш төтөнгә тонсоғоп һәләк булғандыр, тип күҙаллай.
Әйткәндәй, Азизовтар йортонда янғын хәүефе хаҡында хәбәр итеү ҡоролмаһы булған, әммә ул ниндәйҙер сәбәптән эшләмәгән. Мәрхүмдәрҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: “Комсомольская правда” порталы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: