Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 11:38

Шахтала... 17 йыл...

Әлеге ауыр һәм ҡатмарлы мәлдә төшөнкөлөккә бирелмәйек, яҡшыға, мөғжизәгә өмөт итеп йәшәйек. Ошо айҡанлы хайран ҡалмалы тарих менән таныштырмаҡсыбыҙ.

Шахтер һөнәре хәүефле, быны бөтәһе лә белә. Шулай ҙа һәр ерҙә мөғжизәгә лә урын бар. Ҡытай шахтерҙары быны ихлас дәлилләй.
Бер мәл шахтерҙар экскаватор менән ташландыҡ рудникты соҡой. Шул урында 17 йыл элек көслө ер тетрәү булған икән. Эш барышында ер аҫтынан иҫән кеше табыла...
Ул саҡта ер ныҡ тетрәгән. Ҡотҡарыусылар бик күп мәйет һөйрәп сығарған, 118 кеше емереклектәр аҫтында һәләк булған. Стихия кешеләргә тере ҡалыу өсөн мөмкинлек ҡалдырмаған.
Биләмәне таҙарта башлаған шахтасылар бер ҡыуыш урында таба Чунг исемле ирҙе, уға был саҡта 59 йәш була. Ул - фажиғәлә иҫән ҡалған берҙән-бер кеше! Ни эшләптер бәлә мәлендә ҡотҡарыусылар ирҙең ҡысҡырғанын ишетмәгән. Һәм меҫкен ер аҫтында, тар ғына ҡыуышлыҡта бик оҙаҡ - 17 йыл йәшәгән. Был урынға ярыҡтан һауа ингән, яҡтылыҡ төшкән. Чунг янында 78 хеҙмәттәшенең кәүҙәһе була. Ир бер йыл дауамында уларҙы ерләп бөтөрә.
Тик нимә менән туҡланған һуң, тиерһегеҙ. Баҡһаң, ер аҫты депоһында дөгө һәм һыу запастары булған. Бындай запастарҙы тап ошондай осраҡтар өсөн ҡалдырғандар. Тик бер нисә йылдан улар бөткән. Чунг иһә төшөнкөлөккә бирелмәгән. Үлмәҫ өсөн ул ҡомаҡ аулап ашай башлаған. Бункер стеналарына “ултырған” фосфорлы организмдар шулай уҡ уға аҙыҡҡа әйләнгән. Улар ярҙамында Чунг организмға етмәгән витаминдарҙы туплаған.
Ирҙе ер аҫтынан сығарыу менән госпиталгә хәлен баһаларға ебәргәндәр. Асыҡланыуынса, ул физик яҡтан да, психик йәһәттән дә сағыштырмаса һау булып сыҡҡан.
Чунгтың мөғжизә менән иҫән ҡалыуы милли байрамға әйләнә яҙған. Был тарихтағы шундай беренсе хәл.
Фото: pikabu.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
  • Читайте нас: