Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 17:45

Бер аҙнала ете кеше ҡолап төшкән

Үткән аҙнала Өфөлә бейеклектән ете кешенең ҡолап төшөп зыян күргәнлеге мәғлүм булды. Шуның һөҙөмтәһендә берәүһе - 20 йәшлек ҡыҙ - һәләк булған, ҡалғандары - дауаханала

Был турала кисә республика Хөкүмәтендә булған оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров һөйләне. Дауаханала ятҡандар араһында ике бала ла бар.
3 декабрҙә Шмидт урамындағы күп ҡатлы йорттоң етенсе ҡатынан 12 йәшлек ҡыҙҙың ҡолап төшкәнлеге тураһында ла яҙылғайны. Уның ниндәй дәрәжәлә йәрәхәт алғанлығы мәғлүм түгел.

Фото: smolnews.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас в