Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Декабрь 2020, 12:45

Ҡарсығанан ҡотолған да бит...

Осло тырнаҡтары менән эләктереп алған ҡарсығанан нисектер ҡотолоп ҡалған яралы ҡошто Ҡандракүл кешеһе Риф Хәзиев табып ала. "Ҡандракүл" тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәренә күрһәткәс, уның һыу ҡошо сыпҡай икәнлеген, көҙгөһөн йылы яҡҡа осорға тейешлеген белә.

Әммә хәҙер был бөтөнләй мөмкин түгел, шуға күрә балыҡ, ҡусҡарҙар менән туҡланған ҡошсоҡҡа ҡыш сығырлыҡ йәшәр урын эҙләйҙәр. Ярҙам итергә теләгән кешеләрҙе "Туймазинский вестник" гәзите редакцияһына шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Фото: "Моя Уфа/Новости"
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
Читайте нас: