Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 01:29

"Ул миңә хыянат иткәне тураһында әйтте..."

Хәтерегеҙҙә булһа, быйыл йәй 29 июлдә ҡурҡыныс фажиғә теркәлде. Силәбе өлкәһендә Сатҡы юлында автомобиль эсендә Башҡортостандан Александр исемле ир бәләкәй ҡыҙының күҙе алдында ҡатыны Оксананы бысаҡ менән сәнсә. Ҡанһыраған ҡатын ярҙам һорап юлға сыға, тик ир уны ҡыуып тота һәм тағы бер нисә тапҡыр сәнсеп, үлтереп ҡуя. Был ваҡиғаны шаһиттар видеоға төшөрөп тә ала, унда баланың асырғанып “Атай!” тип ҡысҡырғаны ишетелә...

Аҙаҡ асыҡланыуынса, ир йыш ҡына ҡатынын көнләшкән, ошо сәбәпле туҡмаған. Тик меҫкен ҡатын һуңғы көнгә тиклем ғаиләһен һаҡлап ҡалырға тырышҡан.
Һәм бына ошо көндәрҙә билдәле булыуынса, Александр Алексеевты психиатрия дауаханаһына һалғандар. Уға экспертиза үткәрәсәктәр.
"Иргә стационар суд-психиатрия экспертизаһы билдәләнде. Ул Силәбе өлкәһендә әлегә үткәрелмәй, сөнки стационарҙа ремонт башҡарыла. Шуға күрә Александрҙы Свердловск өлкәһенә ебәрәләр", – тигән Силәбе өлкәһенең Тәфтиш бүлеге етәксеһе Михаил Крохин.
Баҡһаң, ир, үлтереүҙе аффект хәлендә башҡарҙым, тигән. Уның һүҙҙәренсә, был ваҡытта ҡатыны уға хыянат иткәне тураһында әйткән. Шулай уҡ Александр Оксананы ныҡ яратҡанын һәм үкенеүен белдергән.
"Аффект хәлен һәм психологик яҡтан һаулығын стационар шарттарында асыҡларға кәрәк. Юғиһә эш һуҙыласаҡ, башҡа экспертизалар үткәрергә кәрәк буласаҡ", – тигән тәфтишсе.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Александр стационарҙа ғинуар уртаһына тиклем буласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: