Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 22:14

Әбйәлилдәге кисәге фажиғәнән һабаҡ алмаған…

Бәлиғ булмаған водитель машинаны ата-әсәһенең рөхсәтенән тыш алып сығып китә һәм юл буйында торған таныш түгел кешеләрҙе илтеп ҡуйырға хәл итә.

Кисә төнгә ҡарай Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Курчатов урамында "Лада Приора" һәм "Toyota XA" автомобилдәре бәрелешә. Ватан машинаһына 17 йәшлек үҫмер идара иткән була.
Авария һөҙөмтәһендә уның 20 йәшлек пассажиры йәрәхәт ала, ә “Тойота”ла өс йәшлек ҡыҙыҡай зыян күрә. Бәлиғ булмаған водитель әйтеүенсә, ул машинаны ата-әсәһенең рөхсәтенән тыш алып сығып китә һәм юл буйында торған таныш түгел кешеләрҙе илтеп ҡуйырға хәл итә.
Бына бит, кисә генә Әбйәлилдә үҫмерҙәрҙең шулай уҡ рөхсәтһеҙ автомобилдә йөрөүе арҡаһында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуы һис тә һабаҡ булмаған.
Шулай уҡ кисә төндә Мәләүез янында теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһында иһә иҫеректәр ғәйепле. Ергән ауылы тапҡырында 42 йәшлек Ғафури районы кешеһе идара иткән "Audi 80" ҡаршы килгән "Daewoo Nexia" менән төкөшә. Бынан һуң тәүге автомобиль янып китә.
Бәхеткә күрә, үтеп барыусы юлсылар туҡтап, зыян күреүсене машинаһынан һөйрәп сығарып өлгөрә һәм табиптар ҡулына тапшыра. Аҙаҡ билдәле булыуынса, уның танытмаһы булмаған. Өҫтәүенә ике водитель дә эскән килеш рулгә ултырған икән.
Көн дә үлемесле авариялар теркәлеп торһа ла, кешеләр һаман да киҫәмәй. Танытмаң юҡ, эскәнһең икән, машинаға яҡын да барма ла бит...
Фото: ЮХХДИ.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/t-g-rm-s/by-lild-ge-kis-ge-fagi-n-n-aba-alma-an-578452/
Читайте нас: