Даирә
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 01:24

Биш үҫмер фажиғәһендә аттар ғына ғәйеплеме?

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн төндә Әбйәлил районында ҡот осҡос авария теркәлгән. Ике үҫмер һәм бер ҡыҙҙың ғүмерҙәре өҙөлә, тағы икәүһе ауыр хәлдә Белорет район дауаханаһы оҙатыла. Әле был фажиғәнең ҡайһы бер нескәлектәре асылды. Иң мөһиме: дауаханалағы ҡыҙҙарҙың береһе иҫенә килгән һәм дөйөм палатаға күсерелгән. Икенсеһенең хәле ауыр көйөнсә ҡала, ул реанимацияла.

Фажиғәлә ҡатнашлығы булған 15-16 йәшлек үҫмерҙәрҙең икәүһе - Асҡарҙан, икәүһе - Йәнгелдән һәм берәүһе Атауҙынан. Улар араһында береһе генә коллежда белем алған, ҡалғандары - мәктәп уҡыусылары.
"Башинформ" мәғлүмәттәре буйынса, 16 йәшлек Ғаяз (исемдәр үҙгәртелде) атаһының "Дэу Нексия" машинаһын алып сыға. Уның водитель танытмаһы булмаған. Дуҫтары Линиза һәм Данир ҡолонло бейә менән бәрелешкәндән һуң шунда уҡ йән бирә. Ғаяздың "Ашығыс ярҙам" машинаһында йөрәге туҡтай. Әле Белорет район дауаханаһы табиптары 16 йәшлек Гөлнара һәм 15 йәшлек Динараның ғүмерҙәре өсөн көрәшә.
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: "Юлда йөрөгән хужаһын аттар үҫмерҙәр үлеменә килтергән сәбәптәрҙең береһе булды. Ике йыл инде беҙҙең команда был проблема менән көрәшә. Туристар өсөн матур күренеш тә ул, ә беҙгә - ҡурҡыныс. Бөгөн юлдарҙа аттар булмаһын тигән маҡсатта барлыҡ сараларҙы ҡулланабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был өлкәлә закондарҙың эшләнеп бөтмәүе аттарҙың яуапһыҙ хужаларына етди саралар күрергә мөмкинлек бирмәй", - тип яҙҙы.
Ысынлап та, ағымдағы йыл башында Әбйәлил районында аттарҙың юлға сығыуы, уларҙың күп аварияларға сәбәпсе булыуы хаҡында Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Учалы һәм башҡа төбәктәрҙең йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән фермерҙары араһында ҙур сара үткәйне. Күрәһең, бындай һөйләшеүҙәр ҡайһы бер мал хужаларына әле һаман барып етмәгәндер. Әммә әлеге осраҡта ҡот осҡос фажиғәне тик аттарға ғына ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Миҙал ике яҡлы тигәндәй, ни өсөн төндә ата-әсә бәлиғ булмаған ул һәм ҡыҙҙарын сығарған, водитель танытмаһы юҡ көйөнә балаға автомобиль асҡысы бирелгән? Төрлө ауылда йәшәгән үҫмерҙәр бергәләшеп ҡайҙа барған йә ҡайҙан ҡайтып килгән? Ошо һәм башҡа һорауҙар әлегәсә асыҡ булып ҡала...
Һаҡланғанды һаҡлармын, тиелә динебеҙҙә. Ата-әсә балаларына ҡарата иғтибарлыраҡ, талапсаныраҡ булһын ине. Аҙаҡ һуң булмаһын өсөн...
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в