Даирә
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
7 Декабрь 2020, 10:57

Ҡайнар сәй эсмәгеҙ!

Табиптар ҡайнар сәй эсмәҫкә кәңәш итә. Ул тамаҡ, үңәс һәм ашҡаҙанды бешерә. Бындай сәй яратыусыларға рак сирҙәре янай.

Иртәнге көнөбөҙ сәй эсеүҙән башлана. Ҡунаҡ килһә лә иң тәүҙә сәй менән һыйлайбыҙ, сөнки әүәлдән халҡыбыҙ яратып ҡулланған был эсемлекте. Әммә күбебеҙ әле һаман, файҙалыраҡ булһын өсөн, уны нисек бешерергә һәм ҡулланырға икәнен белмәй.

Мәҫәлән, бешерелгән сәйҙе шунда уҡ эсергә кәрәк. Оҙаҡ торғанда, ундағы эфир майҙары һәм полифенолдар реакцияға инә, сәйҙең тәме, еҫе үҙгәрә, составындағы С һәм Р витаминдары ла кәмей. Өҫтәүенә йылыла торған сәй – төрлө бактериялар үрсеү өсөн уңайлы мөхит.

Сәйҙе ике тапҡырҙан артыҡ беше­рергә ярамай. Ғалимдарҙың иҫбат­лауынса, беренсе мәртәбә бешергәндә, ундағы файҙалы матдәләрҙең 50 проценты юҡҡа сыға, икенсе тапҡырына 35 процент самаһы шифалы матдәләре ҡала. Өсөнсө тапҡыр бешергәндә сәйҙең файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк.

Табиптар ҡайнар сәй эсмәҫкә кәңәш итә. Ул тамаҡ, үңәс һәм ашҡаҙанды бешерә. Бындай сәй яратыусыларға рак сирҙәре янай. Табиптар әйтеүенсә, сәй 55 градус тирәһе булырға тейеш. Шулай уҡ уның һалҡыны ла файҙалы түгел.

Ҡаты сәй ҙә зыянлы. Танин һәм кофеның юғары миҡдары йоҡоһоҙлоҡҡа, баш ауыртыуға килтерә. Ашар алдынан һәм ашағандан һуң сәй эсмәгеҙ. Улай итһәгеҙ сәй эсеү төкөрөктө шыйыҡлай, һөҙөмтәлә аш эшкәртеү системаһының протеинды эшкәртеү һәләте кәмей. Ашағандан һуң эскәндә, ашҡаҙан һутының концентрацияһы кәмей. Был аш эшкәртеү эшмәкәрлеген насарландыра. Сәйҙе ашарға ярты-бер сәғәт ҡала йәки ашағандан һуң бер сәғәттән һуң эсергә кәрәк.
Фото:politeka.net
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/aynar-s-y-esm-ge-576731/
Читайте нас: