Урамда йөрөп ингәндән һуң ҡышҡы кейемде шунда уҡ шкафҡа элмәгеҙ, ул мотлаҡ асыҡ, әммә ҡояш нуры тура төшмәгән урында кибергә, бүлмә температураһына тиклем йылынырға тейеш. Ә инде ҡарлы, үтә дымлы көндә кейгәндән һуң тәбиғи тунды, ҡышҡы пальтоны 24 сәғәт өй температураһында киптерергә кәрәк.
Тәбиғи тирене бер ваҡытта ла һыулы сағында тарамағыҙ. Быны кейем тулыһынса кипкәс кенә эшләргә тәҡдим ителә.
Тундың таҙалығын тикшереү өсөн тирегә өрөп ҡарағыҙ, әгәр тиренең йөндәре тиҙ арала кире урынына ятһа, тимәк, тун таҙа, ә инде өргән урын шул килеш тимгелләнеп торһа, тунығыҙҙы химик таҙартыуға бирергә ваҡыт.
Ни тиклем ҡабалан киптерергә кәрәкһә лә, тун, пальто, хатта мамыҡ курткаларҙы йылылыҡ батареяларына, йылытҡыстарға, газ янына ҡуйып киптермәгеҙ. Был ысулды ҡулланып, һеҙ ҡышҡы кейемегеҙҙе боҙасаҡһығыҙ ғына. Бик тә булмаһа, тышта яҡшы итеп ҡағып, фендың һалҡын режимында өрҙөрөп алырға мөмкин.