Даирә
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 15:31
"Ялҡыттың - ҡасан эшләй башлайһың?!"
Эскенең бер ваҡытта ла яҡшыға алып бармауын иҫбатлаған тағы бер хәл: Межгорьела фатирҙа 49 йәшлек ирҙе үлтергәндәр. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, ир муйынына сәнселгән бысаҡ яраһынан һәләк булған.
Был енәйәт буйынса 36 йәшлек ир шик аҫтына алынған: ул ошо фатирға түләп йәшәгән.
Тәфтишселәр фаразынса, 28-енән 29 ноябргә ҡарай төндә ике ир, эсеп ултыра торғас, талашып киткән. Төп сәбәп - фатир хужаһының эшләргә теләмәүе. Быға йәне көйөүҙән үҙ-үҙен тота алмайынса, 36 йәшлеге табындашының муйынына бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнскән. Алынған яраларҙан 49 йәшлек ир шунда уҡ йән биргән.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты мәғлүмәтенсә, ирҙе үҙ-үҙенә ҡул һалған итеп күрһәтеү өсөн, енәйәтсе бысаҡты мәрхүмдең ҡулына тоттороп ҡуйған. Нисек кенә йәшерергә тырышмаһын, хәл-ваҡиғаның ысынбарлығы асылып, ир ҡулға алынған. Ғәйебен таныған үлтереүсегә ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: stolicaonego.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yal-itti---asan-eshl-y-bashlay-i-569083/
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла