Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 22:16

"Йәйәү ҡайтҡым килмәне"

Уғры фермаға килеп, хас та әкиәттәгесә, үҙенә оҡшаған атты ҡарап алған да, һикереп менеп, үҙ ауылына ҡарай сапҡан...

Машина ғына түгел, ат урлап та ултырып китә ҡайһы берәүҙәр. Шундай хәлдәрҙең береһе Иглин районында булған.
Аҙаҡ уғрының полиция бүлексәһендә һөйләүенсә, йәйәү йөрөгөһө килмәгән, шуға фермаға килеп, хас та әкиәттәгесә, үҙенә оҡшаған атты ҡарап алған да, һикереп менеп, Верный ауылына ҡарай сапҡан.
Фермер иртәгәһенә Буян ҡушаматлы атын күрмәгәс, хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт иткән. Оперативниктар урланған атты яланды табып, хужаһына тапшырған. Ә һыбай йөрөргә яратҡан 19 йәшлек егеттең элек тә урлашҡаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылғаны булған. Ул тиҙ тотолған. Хәҙер уғрыға ҡарата тағы енәйәт эше асыласаҡ. Әле ул, бер ҡайҙа ла китмәҫкә тигән ҡултамға ҡуйып, өйөндә генә ултырырға мәжбүр.
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: