Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 11:46

Ҡыҙыҡайға – донъялағы иң ҡиммәтле укол

Баланың ике йәше тулғансы 160 миллион һум торған уколды һатып алып, яһап өлгөрмәһәләр, сабыйҙың йәшәргә өмөтө ҡалмай...

Ниһайәт, кисә үлемесле сиргә дусар булған Белорет ҡыҙыҡайы 160 миллион һум торған дарыуҙы алды. Көҙҙән бирле Өфөлә йәшәгән ғаилә уның өсөн Екатеринбург ҡалаһына барҙы. Был хаҡта "Әсә һәм бала" хәйриә фонды хәбәр итте.
19 августа арҡа мускулдары атрофияһы менән яфаланған Полина Елсукованың ғаиләһенә табип шылтыратып, лотереяла ҡиммәтле "Золгенсма" уколын отоуҙары тураһында хәбәр итә. Был препаратты эшләп сығарған компания шулай ваҡыты-ваҡыты менән сирлеләр араһында лотерея уйната.
Был Елсуковтар өсөн иң ҡыуаныслы яңылыҡ була, сөнки баланың ике йәше тулғансы 160 миллион һум торған уколды һатып алып, яһап өлгөрмәһәләр, сабыйҙың йәшәргә өмөтө ҡалмай ине.
Шунан бирле ғаилә клиникаға саҡырыу көтә башлай. Уға тиклем Полина реабилитация үтеүен дауам итергә тейеш була, бының өсөн ҡорамалдар һатып алына.
30 ноябрҙә Екатеринбургҡа самолетта осоп килгәс, Елсуковтар ковидҡа тест үтә. Һәм бына 4 декабрҙә ҡыҙыҡайға донъялағы иң ҡыйбатлы уколды яһайҙар. Хәҙер ул атлап китер, ҡәҙимге тормош алып барыр тигән ышаныс нығынды.
Фото: vk.com/polina_smaylik
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/i-i-ay-a--donyala-i-i--imm-tle-ukol-576367/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: