Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 15:39

Һөйәркәһен урманда күмеп ҡалдырған

Унан тыныс күңел менән Ҡырымда эшләп, кире Малаяҙға әйләнеп ҡайтҡан. Асыҡланыуынса...

Малаяҙ ауылында былтыр көҙ аяныслы фажиғә булыуы, бер ирҙең һөйәркәһен үлтереүе хаҡында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Ошо көндәрҙә уға суд булған, кеше ғүмерен өҙөүсене ете йылға колонияға оҙатҡандар. Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Хәлдең үҙенсәлектәренә килгәндә, былтыр 1 октябрҙә ир менән ҡатын кәйеф-сафа ҡорған, алкоголле эсемлектәр ҡулланған. Ир әйтеүенсә, бер ваҡыт ҡатын уға тиклем булған һөйәрҙәре менән маҡтана башлаған. Был икәү араһына бәхәс ҡупҡан. Ул арала ҡатын бысаҡ алған да һелтәнергә тотонған. Ир иһә тартып алырға маташҡан, шул саҡ уның ҡулы ҡырҡылған. Бынан оторо ярһып китеп, ҡатынға ташланған. Уның битенә йоҙроҡ менән тондорған, шунан бысаҡ алып ике тапҡыр арҡаһына сәнскән. Йығылған һөйәркәһен күтәрергә маташҡан, әммә уның йән биргәнен күргән...
Артабан ир ҡатындың кәүҙәһен курткаға төрөп урманға алып киткән, унда күмеп ҡалдырған.
Аҙағыраҡ уртаҡ таныштарын осратҡан. Тегеһе ирҙең һөйәркәһе тураһында һорай ҡуйған. “Эшкә сығып китте”, – тип яуаплаған енәйәтсе. Әммә эсеп алғас, уны үҙ ҡулдары менән үлтергәнен бәйән иткән. Танышы ышанмаған.
Судта ир танышы уны һатыр тип ҡурҡыуын, шуға тиҙ арала Ҡырым яғына эшкә сығып китеүен бәйән иткән. Ысынлап та, үлтереүсене унан йөрөп ҡайтыу менән ҡулға алғандар, сөнки танышы барыбер полицияға хәбәр иткән.
Енәйәтсе лайыҡлы язаһын аласаҡ.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: