Аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн төндә Өфөлә теркәлгән. "Ниссан Теана" автомобиленең 35 йәшлек водителе йәйәүлене тапатҡан. Зыян күреүсе шунда уҡ һәләк булған. Ул 40-45 йәштәр тирәһендә, исем-шәрифе әйтелмәй.
Водитель һүҙҙәренсә, йәйәүле юлда ятҡан, уны абайламаған, аҙаҡ һуң булған. Ваҡиға буйынса тикшереү эше бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Шулай уҡ үлемесле авария Өфөнөң Сельская Богородская урамында таңғы сәғәт 5-тә теркәлгән. "Hyundai Elantra" автомобиленең 28 йәшлек водителе юлдағы ике йәйәүлене бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған тән йәрәхәттәренән 60 йәштәр тирәһендәге ҡатын шунда уҡ йән биргән, оло ир дауаханаға оҙатылған. Авария эҙемтәләрен асыҡлау бара.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ul-yulda-yat-an-bul-an-abaylama-anmin-575981/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды