Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 19:40

Күршеләр атышҡан...

Һуғышып та үстәре ҡанмағас, араларынан береһе травматик пистолет килтереп сығара.

Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр. Эйе, ошо әйтемдәгесә, күптәр үҙ-ара һәләк татыу йәшәй. Әммә эт менән бесәй кеүек көн иткәндәр ҙә осрап ҡуя.
Бына, мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Шота Руставели урамындағы йортта йәшәгән күршеләр араһында сыҡҡан низағ хатта пистолеттан атышыуға тиклем барып еткән.
Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ирештән башланған ғауға тора-бара йоҙроҡҡа ҡәҙәр барып етә. Һуғышып та үстәре ҡанмағас, араларынан береһе травматик пистолет килтереп сығара. Һөҙөмтәлә 25 йәшлек егет дауаханаға эләгә, ә 31 йәшлеге – полицияға.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар хәлде ентекле тикшереп, процессуаль ҡарар сығарасаҡ.
Автор: Миләүшә Сайтакова
ИА «Башинформ»
Читайте нас: