Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 22:22

"Гильза" экрандарға сыға

Быйылғы йыл башында Башҡортостандың Инйәр ҡасабаһында йәш хоккейсылар тураһында фильм төшөрөлөүе тураһында киң мәғлүмәт саралары хәбәр иткәйне.

Ошо көндәрҙә режиссер Динара Әбдрәшитованың “Гильза” тип аталған фильмының презентацияһы үтте. Ҡыҫҡа метражлы фильмдың сюжеты хоккей яратҡан, уның менән бар күңелен һалып шөғөлләнгән ике үҫмер хаҡында. Береһенең фамилияһы Ғиләзетдинов, дуҫтары өсөн – “Гильза”, фильмдың исеме ошо ҡушаматтан алынған. Шулай уҡ сюжетта ғаиләләге ябай булмаған мөнәсәбәттәр, үҫмерҙәр араһындағы тәүге саф хистәр, дуҫлыҡ, берҙәм команда рухы сағылыш таба.
Был фильмды төшөрөүгә режиссер Динара Әбдрәшитованы Баймаҡ районындағы Түбә ауылының хоккей яратҡан үҫмерҙәренә бәйле осраҡ дәртләндергән. Әлеге ауылдың үҫмерҙәре “Ҡараташ” тигән командаға берләшеп, ҡыш хоккей уйнау, кәрәкле амуниция һатып алыу өсөн йәй буйы төрлөсә аҡса эшләй. Фильмдың төп ролдәрендә лә Баймаҡ районы егеттәре – Илдар Бикҡолов менән Руслан Кадмаев.
Әйткәндәй, Динара Әбдрәшитованың был фильмы дебютанттар питчингында (яңы проекттар менән таныштырыу сараһында) еңеүсе тип табылып, 500 мең һум күләмендәге сертификат менән бүләкләнгәйне. Шулай уҡ проект Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы тарафынан да хуплау тапты. Фильмдың продюсеры булып Айнур Асҡаров сығыш яһаны.
Яҡын арала спорт, хоккей һәм дуҫлыҡ тураһындағы “Гильза” фильмы экрандарға сыға.
Фото: фильмдың трейлерынан скриншот.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: