Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
6 Декабрь 2020, 11:52

Анна Заворотнюк: "Кисә айырыуса ауыр булды..."

Актриса ауырығандан алып был туралағы яңылыҡтарҙы өйҙән тышҡа сығармаған ғаиләнең түҙемлеге сигенә етте шикелле.

Билдәле Рәсәй артисы Анастасия Заворотнюктың ҡыҙы Анна быйылғы Әсә көнөнөң иртәгәһенә социаль селтәрҙә күңелгә үтеп инерлек яҙма ҡалдырған: "Һәр кемдең тормошонда әсәй – иң яҡын кеше. Әле минең әсәйем ауырый, ләкин беҙ был ауыр мәлде еңербеҙ тип ышанам. Кисәге көндә ниңәлер ныҡ ҡыйын булды".
Шулай уҡ актриса ауырығандан алып был туралағы яңылыҡтарҙы өйҙән тышҡа сығармаған ғаиләнең түҙемлеге сигенә етте шикелле. Киң мәғлүмәт сараларында, йәнәһе, Анна менән бәйләнешкә сығып, уға телевидениелағы ток-шоуҙа ҡатнашыуы, әсәһенең хәле тураһында һөйләүе өсөн 15 миллион һум аҡса тәҡдим иткәндәр тигән хәбәр таралды.
Ҡыҙ был темаға нөктә ҡуйырға теләп: "Андрей Малаховтың телетапшырыуында ҡатнашыр өсөн күп миллионлыҡ сумма тәҡдим итеүҙәре тураһындағы хәбәр ялған тип белдерәм. Малахов үҙе лә, тапшырыу мөхәррирҙәре лә миңә ундай тәҡдим менән мөрәжәғәт итмәне. Осһоҙ дан артынан ҡыуған кешеләрҙең теләһә ниндәй имеш-мимеште файҙаланып, шау-шыу сығарырға тырышыуы түҙеп торғоһоҙ", – тип яҙа. Ул шулай уҡ әсәһенең хәленә битараф булмаған кешеләргә йылы һүҙҙәрен белдерә: "Ихлас күңелдән беҙгә яҡшылыҡ теләгәндәргә рәхмәт!"
Фото: vk.com/public178877706
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Anna-Zavorotnyuk--Kis-ayiriusa-auir-buldi-576340/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: