Гөрләтеп ауылса туй үткәрҙеләр. Ҡыҙ бергә уҡыған әхирәтен, ә кейәү егет ауылдағы иң яҡын дуҫын шаһит итеп һайлаған ине. Ошо туйҙа бер-береһен тәүге тапҡыр күргән шаһит егет менән ҡыҙ араһында бер күреүҙән һөйөү уты тоҡана.
Киләһе аҙнаһына баяғы алыҫ райондан, шаһит егеттән, яусылар килеп төшә. Быны көтмәгән ҡыҙ үҙе лә, ата-әсәһе лә аптырауға ҡала: нисек инде, бер аҙна элек кенә туйҙа танышҡандар бит. Әммә егет тимерҙе ҡыҙыуында өҙә һуға торғандарҙан була, күрәһең.
Күп тә үтмәй был ауылда тағы туй гөрләне һәм әлеге ҡыҙ әхирәте артынса шул алыҫ районға, шул уҡ ауылға килен булып оҙатылды.
Шуныһы ҡыҙыҡ тип әйтәйекме, ҡыҙғанысмы: матур итеп дуҫлашып йөрөп өйләнешкән тәүге пар йәшәй алманы, айырылышты. Ә бына бер аҙна эсендә танышып ҡауышҡан икенсе пар әле булһа гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтереп, һоҡланғыс ғаилә булып йәшәп ята.
https://bash.rbsmi.ru/articles/m-kh-bb-t-ba-sa-y/Tuy-a-tiu-an-m-h-bb-t-575867/