Даирә
-17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 20:16

Малайҙарҙың хәле ауыр...

Был аяныслы хәл туғыҙ һәм ун йәшлек малайҙар, уларҙың атаһы менән булған. Асыҡланыуынса, өсөһө лә...

Нефтекама ҡалаһы эргәһендәге Ташҡын ауылында бик ауыр хәл теркәлгән. Унда туғыҙ һәм ун йәшлек малайҙар, уларҙың атаһы мунсаға барып еҫ тейҙергән. Әле өсөһө лә реанимацияла.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл 4 декабрҙә булған. Ут сығыу теркәлмәлгән, янғын һүндереүселәр саҡырылмаған.
5 декабргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, ир ҙә, аңына килгән. Малайҙар үҙаллы тын алһа ла, икеһенең дә хәле ауыр.
Елләтеүҙең дөрөҫ ҡоролмауы, мейесте ваҡытынан алда ябыу, төтөн үткәргестең һөрөм менән тулыуы кеүек хәлдәр мунсалағы кеше организмына кире йоғонто яһай. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәйек.
Фото: orenonline.ru
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Malay-ar-i-h-le-auir-575952/
Читайте нас: