Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Декабрь 2020, 20:00

Бәпескә ай ярым ғына булған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоноң кеүек хәлдәр артты. Бер йәше лә тулып өлгөрмәгән сабыйҙар күҙгә күренмәҫ сәбәптәр арҡаһында вафат була. Табиптар быны сабыйҙың ҡапыл үлеме синдромы тип тә атай.

Ошоноң кеүек хәл яңыраҡ Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә теркәлә. Ата-әсә иртән торғас, сабыйҙарының үлеп ятҡанын күреп ҡоттары оса. Улар шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Тик табиптар бәпестең ике сәғәт самаһы элек үк йән биргәнен асыҡлай.
Урында полиция һәм тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре эшләй. Криминалсылар баланың кәүҙәһендә йәрәхәт эҙҙәре тапмай. Мәйетте суд-медицина экспертизаһына тапшыралар.
Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Балаларыбыҙ имен үҫһен.
Фото: Башинформ
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/B-pesk-ay-yarim-ina-bul-an-575369/
Читайте нас: