Йырсылар Гөлназ Асаева менән Виллиҙың тормошон күптәр ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Йәй йәштәрҙең никахы үтте, ә туйҙары әлегә булманы. Улар ҡасан рәсми өйләнешер? Был турала Гөлназ "Интертат" баҫмаһына хәбәр иткән. "Алла бойорһа, туй буласаҡ. Апрелдән һуң, моғайын. Яйлап әҙерләнә башланыҡ. Ҡунаҡтар күп булмаҡсы, 400-ҙән ашып китә. Икенсе яҡтан, пандемия ваҡытында күп кеше йыйыуы ла ҡурҡыныс. Тик мин бит беренсе тапҡыр кейәүгә сығам, туйһыҙ мөмкин түгел. Беренсеһе һәм һуңғыһы булһын! Һәр ҡатын-ҡыҙҙың матур күлдәк кейеп кейәүгә сыҡҡыһы килә бит", - тигән ул. Ә бына бәпес тураһында йәштәр әлегә уйламай. "Минеңсә, әсәй булыу - ҙур яуаплылыҡ. Ныҡлап әҙерләнергә кәрәк. Ә мин әле - үҙем бала, уйнап-көлөп кенә йөрөйөм", - тигән Гөлназ. Вилдан иһә ҡыҙ тыуыуын теләмәй икән. Ҡатынына: "Тик ҡыҙ ғына тапма! Уның өсөн йөрәгем өҙөләсәк..." - тип әйткән. Йәштәрҙең барыһы ла яҡшы булһын, тип теләйбеҙ. Фото: Инстаграм. Автор: Альфия Мингалиева