Ошо көндәрҙә матбуғат сараларын йәшен тиҙлегендәй түбәндәге хәбәр урап сыҡты: Ҡазанда замандың иң ҡурҡыныс маньяктарының береһен тотҡандар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре уны ун йыл самаһы эҙләй ине. Ваҡыты-ваҡыты менән насар яңылыҡтар ишетелә торҙо: йә теге, йә был ҡалала оло йәштәге ҡатындар үлтерелгән. Фоторобот та төҙөлгән, әммә вәхшиҙең эҙенә һаман төшә алмайҙар ине. Ә утыҙға яҡын әбейҙең башына еткән Радик Таһиров Ҡазанда, бер ҡатында йәшәп ятҡан. Эҙенә биологик экспертиза ярҙамында төшкәндәр. Ирҙең бығаса законһыҙ ҡорал әйләнеше, һәм уғрылыҡ өсөн хөкөм ителеүе мәғлүм. 2010 йылда иһә төрмәнән сыҡҡан һәм... кеше үлтерергә тотонған. Уның ҡорбандары илдең 12 төбәгендә йәшәгән, араһында Өфө, Екатеринбург, Һамар, Түбәнге Новгород, Пермь ҡалалары бар. Әлеге ваҡытта енәйәт эшен тикшереү бара. Интернет селтәрендә маньяктан һорау алған видео бар. Радик һорауҙарға тыныс ҡына яуап бирә, тәүге әбейҙе ҡасан үлтергәнен асыҡ хәтерләмәй, ҡорбандарының теүәл иҫәбен дә белмәй, матбуғат сараларынан ишетелгән насар яңылыҡтар буйынса яҡынса иҫәпләп барҙым, ти. “Ниңә үлтерҙең?”, тигән һорауға, урамда йәшәгәнен, аслыҡтан йонсоғанын, шуға тиҙ генә еңел аҡса эшләргә теләүен белдерә. Аҡсаны кешеләрҙе үлтермәйенсә лә алырға була ине, тигәнгә, “белмәйем, мин шулай эшләнем дә ҡуйҙым шул”, тип яуаплай. Ҡорбандарының өйөнә Радик Таһиров еңел генә ингән, ғәҙәттә үҙен идарасы компания вәкиле тип танытҡан. Барлыҡ әбейҙәрҙе лә быуып үлтергән. Әйтеүенсә, быны ул “улар ыҙаламаһын” өсөн эшләгән. Маньякка ғүмерлеккә тимер рәшәткә артына оҙатылыу янай. Фото: “Комсомольская правда”. Автор: Гүзәлиә Балтабаева