Әммә тәү сиратта сәләмәтлек, ғүмер өсөн бошонһаҡ та, тормош дауам итә, йәшәр өсөн эше лә, аҡсаһы ла, мөмкинлектәре лә кәрәк. “Нимәгә тотонорға”, “ҡайҙан килем алырға?” тигән һорауҙар был осорҙа күптәрҙе борсоно. Улар араһында уңған, булдыҡлы һәм тормош шарттарына тиҙ яраҡлаша алған кешеләр ҙә бар.
Мәҫәлән, билдәле йырсы, тамашаларҙы алып барыусы Альбина Килдейәрованы алайыҡ. Ул моңло тауышы менән күптән тамашасыларҙы арбаған, туй, юбилей һәм башҡа тантаналарҙы алып барыусы булараҡ та билдәле.
Коронавирусҡа бәйле көрсөк башланғас, ул да тәүҙә бер ни тиклем аптырап ҡалған, әммә оҙаҡҡа түгел. Телевидениела, һирәк-һаяҡ сараларҙа сығыш яһауҙан, йырҙарына клип төшөрөүҙән тыш, ул... вахта ысулы менән эшкә сығып киткән.
Альбина был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ентекләп яҙып барған, видеояҙмалар ҙа һалған. Әйтеүенсә, ул Мәскәү эргәһендәге һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы кеүек көнкүреш техникаһы етештергән ҙур предприятиеларҙың береһендә эшләгән.
“Күп кешеләр минән ҡыҙыҡһынып һорай башланы: нисә көнгә киттең, шарттары ниндәй, күпме аҡса түләйҙәр һәм башҡалар. Яуап бирәм: вахта урынына билет хаҡы – 1500 һум, кире яҡҡа 1100-гә таптым. Торлаҡ, туҡланыу – бушлай. Бер сменаға 1320 һум түләйҙәр. Аҙна һайын 1500 һум аванс бирәләр. Заводҡа тиклем автобус бушлай йөрөтә. Эш көнө – 13 сәғәт, иртәнге туғыҙҙан киске унға тиклем. Вахта 30, 45, 60 көнлөк, үҙең һайлайһың. Килешеү буйынса ялланып эшләгәс, эш хаҡы түбәнерәк, рәсми эшләгәндәр күберәк эш хаҡы ала”, – ти Альбина.
Әлбиттә, сағыу сәхнә йондоҙоноң был ҡылығын аңламаусылар, ышанмай ҡабул итеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, бәғзе кешеләр йырсыға: “Оят түгелме һиңә шулайтып йөрөү?” – тип тә яҙа икән.
Сағыу сәхнә йондоҙон иһә бындай хәбәрҙәр аптырата: эштең ниндәй ояты булһын?
– Вахтала иң мөһиме – аҡсаһын түләнеләр. Был минең өсөн төш кеүек кенә булды, ныҡ матур төш тип әйтә алмайым, әлбиттә. Әммә йырҙың йыртығы булмаған кеүек, эштең дә ояты юҡ, тип өйрәтте беҙҙе ата-әсә, – тип яуаплай ундайҙарға Альбина.
Ысынлап та, милләттәшебеҙҙең өлгөһө дан бит! Эшләгән кешегә һәр саҡ шөғөл дә, аҡса ла табыла. Киреһенсә, кемдәндер нимәлер көтөп ятҡансы, ошо ваҡыттағы һәм урындағы мөмкинлектәрҙән сығып, аҡса эшләү, тормошоңдо бөтәйтеү, яраҡлаша алыу – үҙ-үҙеңә ышаныу, рухи көс һәм тырышлыҡ билдәһе ул.
Әйткәндәй, Альбина сит яҡта бихисап яҡташтарыбыҙ эшләүен, улар араһында оло йәштәгеләрҙең дә күп булыуын белдерә. “Һәр кемдең үҙ тарихы, нужаһы, проблемалары, шуға улар сит ерҙә эшләп йөрөргә мәжбүр”, – ти ул.
Шуныһы: Альбинаның яҙмаһы көнүҙәк социаль мәсьәләне күтәргәнен бихисап комментарийҙарҙың булыуы иҫбатлай. Күпселек уның был ҡылығын хуплаған һәм уңыштар теләгән. Йырсыға тағы ла килемлерәк шарттарҙа эш тәҡдим итеүселәр ҙә бар.
“Уйларға кәрәк!” – тип яуаплай ундайҙарға Альбина. Уңыштар һиңә, йырсы!
Фото йырсының шәхси сәхифәһенән.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева