Даирә
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 17:05

Ҡыяр сәсергә... ваҡыт етте

Уңған хужалар ҡышын да тәҙрә төбөндә йәшелсә-емеш үҫтерә. Тышта – ҡар, һалҡын, ә өйҙә йәшеллек, витаминлы ризыҡ була. Тик ниндәй сорттарҙы ултыртырға икәнен белергә кәрәк.

Мәҫәлән, әсе боростоң "Конфетти", "Огонёк", батун һуғанының "Семинис", "Гавриш", редистың "Молния" сорттарын, тағы ла имбир, башлы һуған, укроп, петрушка, һарымһаҡ сәсергә була. Үрҙәге сорттар тап ҡыш көнө – ноябрҙән мартҡаса үҫтереү өсөн бара. Әммә ҡояш етмәгәндән йышыраҡ һыу һибеп, өҫтәмә туҡландырып торорға кәрәк.
Өйҙә үҫә алған ҡыяр төрҙәре лә күп. Тик ул үҙенән-үҙе һеркәләнә торған гибрид булырға тейеш. Мәҫәлән, “Городской огурчик F1” махсус тәҙрә төбөндә, балконда үҫтереү өсөн сығарылған. Иртә өлгөрә. Ике-өс ысын япрағы сыҡҡас, осон өҙөп, тармаҡландырырға кәрәк. “Дамский угодник F1” – баҡсала ла, теплицала ла, өйҙә лә үҫә ала торған универсаль сорт. “Гармонист F1” тәҙрә төбөн, өй шарттарын яҡшы үҙһенә. “Подарок F1” өйҙә үҫтереү өсөн махсус сығарылған. Бейек үҫмәй. “Балконное чудо F1” – тәҙрә төбөндә, балконда үҫтерелә торған махсус гибрид. Бик тармаҡланмай, һабаҡтары оҙон үҫмәй.
Ҡыш көнө лә рәхәтләнеп йәй һулышын тойоп, витаминлы аҙыҡ менән тәғәмләнергә яҙһын!
Фото: maam.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/ba-sa/iyar-s-serg---va-it-ette-570981/
Читайте нас в