Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 00:04

Ҡурҡынысыраҡ сирҙәрҙән һаҡлаясаҡ

Быйыл киҙеүгә (грипп) ҡаршы вакцинациялау башҡа йылдарҙағыға ҡарағанда иртәрәк башланды.

Әлеге ваҡытта киҙеү сағыштырмаса хәүефһеҙ сир һанала, сөнки уға ҡаршы вакцина уйлап табылған, ауырыуҙы уңышлы дауалайҙар. Уны иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле юлдарының береһе – прививка яһатыу.
Быйыл киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау башҡа йылдарҙағыға ҡарағанда иртәрәк башланды. Медицина белгестәре, был прививка өлкәндәрҙе тағы ла ҡурҡынысыраҡ һәм миллиондарса ғүмерҙәрҙе өҙгән сирҙәрҙән дә һаҡлаясаҡ, тип белдерә. Ул Рәсәйҙәге Иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән. Теләгәндәр уны йыл һайын яһата ала. Шул уҡ ваҡытта вакцинаны мотлаҡ эшләтергә тейеш кешеләр бар. Һүҙ медицина, мәғариф, транспорт тармаҡтарында хеҙмәт иткәндәр, балалар, оло йәштәгеләр хаҡында бара. Вакцинация поликлиникаларҙа, шәхси медицина учреждениеларында яһала. Ғәҙәттә, Рәсәйҙә етештерелгәндәр бушлай бирелә, ә сит илдәрҙән алынғандарҙың түләүле булыуы ихтимал.
Процедураға әҙерләнеү талап ителмәй. Иң мөһиме – башҡа сир билдәләре, шул иҫәптән тымау ҙа булмаһын. Прививканан һуң барлыҡҡа килгән иммунитет оҙаҡҡа түгел: ни бары бер миҙгелгә етерлек (шулай ҙа ҡайһы бер осраҡтарҙа (20-40 процент) прививка тәьҫиренең икенсе миҙгелгә лә етеүе билдәләнә). Был вирустың тәбиғәттә юғары үҙгәреүсәнлеге менән бәйле, ул һәр ваҡыт мутация кисерә. Шуға ла вакцинацияны йыл һайын яһатыу, яңыртылған прививка ҡаҙатыу отошло.
Республика буйынса "Роспотребнадзор"ҙың һуңғы мәғлүмәттәренә ярашлы, әле Башҡортостанда халыҡтың 36,5 проценты киҙеүҙән прививка яһатҡан. Һандарға килгәндә, был яҡынса 1,5 миллион кеше вакцина эшләткән тигән һүҙ, уларҙың 300 меңдән ашыуы – балалар.
Лариса АСҠАРОВА, терапевт, баш ҡалалағы 1-се поликлиника табибы:
– Киҙеү (грипп) менән һәр кемдең ауырып китеүе ихтимал, әммә ҡайһы бер кешеләргә был хәүеф нығыраҡ янай. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә, балаларға, ауырлы ҡатындарға һәм сәләмәтлеге менән проблема булғандарға иғтибар кәрәк. Тап уларҙың киҙеүҙең ҡатмарлашыуына дусар ителеүе ихтимал. Был сирҙең кешенең хәлен ныҡ ауырлаштырыуы, хатта үлемгә килтереүе бар. Киҙеүгә ҡаршы вакцина яһау – ауырыуҙы иҫкәртеү, уның ҡатмарлашҡан осраҡтарын булдырмау, ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн иң ышаныслы алымдарҙың береһе. Һөҙөмтәлелегенең төрлө йылдарҙа төрлөсә булыуы ихтимал: был ғәмәлдәге вирустың төрөнә, уның вакцина компоненттарына тура килеүенә, шулай уҡ вакцина эшләгән кешенең һаулыҡ торошона, прививка яһатҡандан һуң күпме ваҡыт үтеүенә бәйле.
Дөйөм алғанда, вакцина 18 – 64 йәштәге сәләмәт граждандарҙың 60 процентының ошо сирҙе йоҡтороу ихтималлығын иҫкәртә. Прививканың тәьҫире уны эшләткәндән һуң уртаса ике аҙнанан һуң башлана. Вакцинаны киҙеү миҙгеленә тиклем яһатыу отошло. Ғәҙәттә, был прививка октябрь һәм ноябрь айҙарында, вирус ныҡлап таралғанға ҡәҙәр эшләнә. Әммә уны яһатыу бер ваҡытта ла һуң түгел. Хатта вирус әйләнештә булмағанда ла.
Һандарға килгәндә, беҙҙең 1-се участка поликлиникаһында быйылғы сентябрь, октябрь, ноябрь айҙарында 45 390 доза вакцина яһалған.
Фото: putevoditel
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/ur-inisira-sir-r-n-a-layasa-569447/
Читайте нас: