Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 19:36

Тереләй янған...

Фермала водитель булып эшләгән егет менән ни булған?

Стәрлетамаҡ районының Латип ауылында 23 йәшлек егет янып үлгән. Был хаҡта, үҙ сығанаҡтарына таянып, UfacityNews порталы хәбәр итә.
Йәш кешенең кәүҙәһен ауылдағы агроферманан йыраҡ түгел ерҙә, янған ВАЗ-2115 автомашинаһы эсендә тапҡандар. Шаһиттар билдәләүенсә, уның бөтөнләй ҡотолор әмәле булмаған.
Саратовка ауылы егете Игорь ошо фермала водитель булып эшләгән булған. Әле уның был афәткә тарыуының сәбәптәрен асыҡлау өсөн, кәүҙәһен суд-медицина экспертизаһына ебәргәндәр.
Шулай уҡ ошо көндәрҙә Туймазы районында ла аяныслы хәл теркәлгәйне. Гараж эсендә ҡалдырылған машинала ике ирҙең кәүҙәһен тапҡайнылар. Ғәҙәттән тыш хәәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы билдәләүенсә, улар газға иҫергән, сөнки эшләп торған двигатель менән ултырған булғандар.
Бәлә аяҡ аҫтында, йөрөгән ерҙә уяулыҡты юғалтмаһаҡ ине лә бит...
Фото интернеттан.
Автор: Миләүшә Сайтакова
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Terel-y-yan-an-569348/
Читайте нас: