Даирә
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 14:13

Үҙенә үҙе “Ашығыс ярҙам” саҡырған...

Һарғамыштағы фажиғәнең нескәлектәре асыҡланды. Көнләшеп, иренең күҙенә сәнскес ҡаҙаған ҡатын...

Салауат районының Һарғамыш ауылындағы фажиғәле хәл тураһында матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Асыҡланыуынса, үткән йомала бер йортта байрам ойошторғандар: ғаилә башлығына 37 йәш тулған. Табын алкоголле эсемлектәргә бай булған, әммә иҫереп алғас, низағ ҡупҡан. 29 йәшлек ҡатын ирен икенсе ҡатынға көнләшкән...һәм сәнскес алып һөйгәненең күҙенә сәнскән.
“Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, ҡанға батҡан ир үҙ аллы “Ашығыс ярҙам” саҡыра алған. Унан ике бала атаһы Артур З.-ны урындағы дауаханаға оҙатҡандар, унда уға операция яһағандар. Яралы күҙе һауыҡҡас күрерме-юҡмы – әлегә билдәһеҙ.
29 йәшлек Гүзәлде иһә полиция бүлегенә килтергәндәр. Айнығас, ул иренә ни тиклем оло зыян килтергәнен аңлаһа ла, ҡылығын көнләшеү менән аҡларға маташҡан.
Был ирле-ҡатынлы икәүҙең алты йәшлек ҡыҙы барлығы мәғлүм. Тап уның хаҡына әлегә иренең күҙен сығарған ҡатынды өйҙәге һаҡ аҫтына ҡайтарғандар. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/en--e--Ashi-is-yar-am-sa-ir-an-570183/
Башҡортостан гәзите сайтынан алынды
Читайте нас: