Даирә
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Декабрь 2020, 11:33

"Эх, барыһын да үҙгәртеп булһа ине лә бит..."

Ошоға тиклем Мазовтар ғаиләһе фажиғәһенең осона сығып булмай. Был ваҡиғаға икенсе йыл китһә лә, ғаилә башлығы Артем үҙе табылмағас, һаман нөктә ҡуйырға иртә.

Был яңғырауыҡлы ваҡиғаны бар республика халҡы белә. Былтыр октябрь аҙағында ир ике бәләкәй улы менән юғалды. Уларҙы бер туҡтауһыҙ тиерлек йәйгә тиклем эҙләнеләр, берәй ҡайҙа ҡасып, йәшенеп яталарҙыр, тип өмөтләнгәндәр күп булды. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, июлдә малайҙарҙың икеһенең дә серей башлаған кәүҙәһе йылға төбөнән килеп сыҡты. Һуңғы өмөт өҙөлдө...
Ә Артемға килгәндә, ул һаман юҡ. Үҙе лә, кәүҙәһе лә. Хоҡуҡ һаҡсылары уны эҙләүҙе дауам итә. Эш ике йүнәлеш буйынса бара: ирҙе тере булараҡ та, кәүҙәһен дә эҙләйҙәр.
Әле рәсми сайттарҙа белдереүҙәренсә, хәбәрселәр Артемдың туғаны менән аралашҡан һәм ғаиләнең уның тураһында нимә уйлауы тураһында белешкән.
"Артем яҡты донъяла юҡтыр тип уйлайбыҙ. Ҡос осҡос фажиғә булды был. Күҙ йәштәрһеҙ уйлауы ла мөмкин түгел. Эх, әгәр ваҡытты артҡа бороп, барыһын да үҙгәртеп булһа ине лә бит... Тик улай мөмкин түгел шул", – тигән исемен әйтергә теләмәгән ҡатын.
Артем йә үҙенә ҡул һалған, әллә енәйәт ҡорбаны булғандыр тигән фекерҙә ул.
"Тик, һәр хәлдә, иҫән булһа, беҙҙең менән бәйләнешкә сығыр ине", – тигән ҡатын.
Фото: "Бәйләнештә".
Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Eh-bari-in-da--g-rtep-bul-a-ine-l-bit-567562/
02.12.2020
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: